Үткән йыл аҙағында Таш-Аҫты ауылы халҡы дөйөм йыйылышта ағымдағы йылға "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы" ярҙамында Еҙем йылғаһы аша 2001 йылда файҙаланыуға тапшырылған 170 метр оҙонлоҡтағы аҫылмалы күперҙе капиталь ремонтларға ҡарар итеп, конкурста еңеүгә өлгәшкәйнеләр. Бөгөн инде күперҙә ремонт эштәре бара.
Был эште атҡарып сығыуға йәмғеһе 2 млн һумға яҡын аҡса ҡаралған. Уның 1 млн 200 һумы республика бюджетынан булһа, район ҡаҙнаһынан 590 мең һум бүленгән. Бағыусыларҙың өлөшө - 130 мең һум. Ауыл биләмәһе халҡынан 124 мең 400 һум йыйылған.
- Ремонт эштәрен башҡарыуға тендерҙа дүрт подрядсы ҡатнашып, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишбулды Харисов етәкселегендәге “ТГИ” ЯСЙ-е еңеп сыҡты, - ти Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов эш барышы менән таныштырып. - Төҙөлөш материалдары тулыһынса ҡайтарылды. Ремонт эштәре 28 авгусҡа тамамланырға тейеш.
Беҙ булған көндө эшселәр иретеп йәбештереү эштәре менән мәшғүл ине.
- Өҫтәмә металл конструкциялар ҡуйылғандан һуң элекке таҡталар урынына тимер сеткалар түшәләсәк. Артабан инде бөтә тимер элементтарға ерлек (грунтовка) һалынып, буяп сығасаҡтар. Шулай уҡ күпергә яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, - ти биләмә башлығы.
Әхнәф Әхиәр улы күпергә илтеүсе баҫҡыстарҙы яңыртыуҙы ла хәстәрләй башлаған.
- Бөгөн ошо мәсьәлә буйынса ра-йон хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы менән һөйләштек. Баҫҡыстарҙы ла алмаштырырға ҡарар итеп, проект-смета документтары әҙерләнек. Белгестәр был маҡсатҡа 250 мең һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ, тип иҫәпләп сығарҙы. Уның бер өлөшө ра-
йон ҡаҙнаһынан бүленһә, ҡалғанына бағыусыларҙы йәлеп итергә, тип килештек, - ти Әхнәф Әхиәр улы.
- Уныһын да йырып сығырыбыҙға ышанам. Урындағы халыҡ хәлде аңлап ҡабул итеп, аҡса йыйыуға әүҙем ҡушыла, - тип дауам итә ул. - Бына әле күперҙе ремонтлауға Таш-Аҫты ауылынан Александр Высоцкий - 50 мең һум, шәхси эшҡыуарҙар Илшат Бәхтиәров менән Азамат Ибәтуллин - 30-ар мең, умартасы Линар Сөләймәнов - 20 мең, Баҡраҡ ауылынан эшҡыуар Альбина Ибраһимова - 15 мең, Фәнил Ергизов, Рәлиф Зәйнешев, Айрат Айбатов, Мәхәмәт Урманшин -10-ар мең, яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәров, Артур Ғәлин, Роберт Әбүзәров, Ринат Зәйнешев 5-әр мең һум аҡса бирҙе. Артабан да был изге эшкә ҡушылыусылар булыр, ауыл биләмәһендә турбаза асып, күпләп ат тотоусы ҡайһы бер башҡа эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайым.
Биләмә халҡының ниәттәре бойомға ашып, подрядсыларҙың ремонт эштәрен үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарыуҙарын теләргә генә ҡала.
Әйткәндәй, беҙ барғанда ауылдар халҡын йылға аша сығарыу өсөн яуаплы булған трактор ҙа яр бу-йында ине.
- Билдәле сәғәттәрҙә, дөрөҫөрәге иртә менән, “Таш-Аҫты – Красноусол” автобусына сығыусыларҙы, төш ваҡытында һәм кистән, киреһенсә, ҡайтыусыларҙы ҡаршылап, йылға аша сығарыу минең яуаплылыҡта, - ти тракторсы Фәнүр Собханғолов.
М. Мәмәтҡолова.