Майҙансыҡ “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамында төҙөлгән. Проекттың дөйөм суммаһы 723 мең һумлыҡ булһа, шуның 506 мең 240 һумы - республика бюджетынан, 108 мең 480 һумы район бюджетынан бүленгән, халыҡтан 60 мең һум йыйылған, 48 мең 480 һумы бағыусылар ярҙамы.
Ауыл халҡы өсөн оло байрамға әүерелгән тантанаға был төбәк халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, район хакимиәте финанс идаралығының сектор мөдире Антонина Филатова, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, ауыл кешеләре, балалар, ситтән ҡайтҡан ауылдаштары килде һәм тамаша ҡылды.
Майҙансыҡты асыу тантанаһын ауыл әүҙемселәре ирле-ҡатынлы Евгения менән Марсель Фәйезовтар әҙерләп уҙғарыуҙы үҙ өҫтөнә алған. Сараны алып барыусы Марсель Фәйезов тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаевҡа бирҙе. Ул сараға йыйылыусыларҙы матур байрам айҡанлы ҡотлап үтте. Һәм ун бер йыл элек барлыҡҡа килгән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда районыбыҙҙың әүҙем ҡатнашыуын билдәләп, ошо арауыҡта 101 проект тормошҡа ашырылып, дөйөм суммаһы - 143 миллион һумдан ашыу булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был программа буйынса Бельский ауыл биләмәһендә бойомға ашырылған эштәрҙе барланы. Фуат Зәки улы байрамға буш ҡул менән килмәгән, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәровҡа, Яңы Ҡарамыш ауылы старостаһы Фәрит Сәғитовҡа, Евгения менән Марсель Фәйезовтарға, ауылда Егән йылғаһы төбөн таҙартыу һәм ярҙарын нығытыу менән шөғөлләнгән “АМС” ЯСЙ-е директоры Владислав Солтановҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
Әйткәндәй, төпкөлдәге Яңы Ҡарамыш ауылы бәләкәй генә булһа ла, бында күп йылдар ситтә йәшәп, йәнтөйәктәренә ҡайтып төпләнеүсе әүҙемселәр, йәштәр ҙә бик күп, шуға ла ауыл бөтөүгә табан бармай, ә гөрләй, матур-матур заманса йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Ауылда тиҫтәнән ашыу сабый тыуыуы шул хаҡта һөйләй. Шуларҙың береһе – әүҙемсе Марсель Марат улы Фәйезов, ғаиләһе (дүрт балалары бар) менән Мәләүездә йәшәп, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып төпләнгәндәр. Ауыл старостаһы Фәрит Хәлит улы Сәғитов та алты йыл элек ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтҡас, бер нисә йылдан ауылдаштары староста итеп һайлап ҡуйған һәм башкөллө йәмәғәт эшендә.
Район хакимиәте финанс идаралығының сектор мөдире Антонина Филатова ҡотлауҙарға ҡушылып, Бельский ауыл биләмәһенең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”н тормошҡа ашырыуҙа, шулай уҡ ауылдың инициатив төркөмөнөң айырыуса әүҙем булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Антонина Петровна Бельский ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Зәлиә Йәнбәкованы финанс идаралығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Ауыл биләмәһе башлығы Юнир Зиннур улы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, биләмәнең был программа ярҙамында нимәләргә эйә булыуҙары, нимәләр эшләнеүе тураһында бәйән итте. Һәм ошо майҙансыҡты булдырыуҙа ҡатнашҡан ауыл халҡына, бағыусыларға, куратор – район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары С.Р.Ғөбәйҙуллинаға, майҙансыҡты яҡтылыҡ менән тәьмин иткән район электр селтәрҙәре ойошмаһына (етәксеһе – М.Р.Ғүмәров) рәхмәт әйтеп, уларға һәм бер төркөм әүҙемселәргә Бельский ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ауылдың иң осонда, Егән йылғаһы янында үҙ урынын тапҡан, заманса кәртәләр менән уратып алынып, үҙенә саҡырып торған был ҙур һәм иркен майҙансыҡ әллә ҡайҙан күренеп тора. Унда кескәйҙәр өсөн аттракциондар һәм башҡа уйын ҡоролмалары, физик күнекмәләр өсөн спорт тренажёрҙары, ял итеп алыу өсөн эскәмйәләр, арыраҡ волейбол сеткаһы урынлашҡан.
Йолаға ярашлы, ҡыҙыл таҫма киҫелде. Уны киҫеү хоҡуғы ҡунаҡтар: Фуат Кейек-
баев, Антонина Филатова һәм Юнир Әхмәров менән миҙалсы-сығарылыш уҡыусыһы Элиза Фәйезоваға бирелде. Ҡыҙыл таҫма киҫелеп, майҙансыҡты асыҡ тип иғлан иткәс, бар балалар шатланышып, күптән көткән майҙансыҡҡа йүгереште. Улар артынса өлкәндәр ҙә үтте.
Майҙансыҡ балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Байрамды ойоштороусылар бының өсөн бер тоҡ бүләктәр әҙерләгән. Балалар ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙән табын да ҡорғандар, бер ғаилә былауға һарыҡ бүләк иткән. Усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, аштар бешә, самауырҙар борхорап ҡайнай. Сәхнә лә күҙ уңынан ысҡындырылмаған, өҫтәлдәр янында урынлаштырылып, өлкәндәр ауыл һәләттәренең һәм ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан йырсы ауылдаштары Зиннур Ғайсаровтың (гармунсы ла) һәм Игенйылға ауылынан Рөстәм Ҡотлозамановтың, балаларҙың йыр-моңдарын тыңлап кинәнде, бер-береһе менән аралашты. Ҡунаҡтар, олоһо-кесеһе тәм-том, емеш-еләк менән һыйланды, Рөстәм Әхмәтйәнов менән Руслан Зөбәйеров бешергән тәмле былауҙан ауыҙ итте. Улар инициатив төркөмдә, ауылдаштарынан аҡса йыйыуҙа яуаплы булған. Проекттың бағыусылары булып Ҡотлоғужа ауылынан умартасы Р.Мөлөков, “Күркәм дөйәғош” КФХ-һы башлығы Ш.Сатлыҡов һәм башҡалар торған, сарала улар ҙа телгә алынып, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Ауылда берҙәм, дәртле халыҡ йәшәгәнлеге күренеп тора. Үҙәк урамды байрамса итеп шарҙар менән биҙәгәндәр. Гармун моңдарына бейеп, йырлап кинәнделәр. Байрам төнгә тиклем дауам итеүен билдәләп үттеләр.
Ауылда балалар тауышы яңғырап торһон, уларҙың көндәре телефон менән үтмәһен өсөн ошондай майҙансыҡтарҙың булыуы бик мөһим. Киләсәгебеҙ – балаларҙың бала сағы күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ, һау-сәләмәт үтһен. Сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәгән был уйын һәм спорт майҙансығы һәр саҡ гөрләп торһон, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.