Йәшәйешебеҙҙе яҡшыртырға мөмкинлек биргән был проектта тағы ла ҡатнашыу маҡсаты менән уҙған йылдың 30 декабрендә Сәйетбаба ауыл биләмәһендәге Имәнлек ауылында 2026 йылдағы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыуға арналған йыйылыш үтте. Был юлы ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн “МТЗ” тракторына тағылма ҡорамалдар алыу проекты ҡаралды. Унда ҡатнашыусылар бер тауыштан ризалыҡтарын белдереп тауыш бирҙе. Шулай уҡ дөйөм йыйылышта был проектҡа яуаплы инициатив төркөм дә һайланып ҡуйылды.
Имәнлек ауылы халҡы дөйөм тырышлыҡ менән еңеп сығырҙарына һәм ошо проектты бойомға ашырырҙарына ышана.
Фәнизә БАЙБУЛДИНА,
Сәйетбаба ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.