Бөтә яңылыҡтар

Обелискыны яңыртыу күҙаллана

Үтәк ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, биләмә өсөн байтаҡ ҡына файҙалы эштәр башҡарҙы.

Обелискыны яңыртыу күҙаллана
Обелискыны яңыртыу күҙаллана

2026 йылда бөтөн ил буйынса 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы билдәләнәсәк. Үтәк ауылы үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаш-яугир иҫтәлегенә обелиск урын алған. 1981 йылда төҙөлгән обелискыға ремонт талап ителә. Яңыртылған обелиск яңы төҫ алып, ҡунаҡтарҙы һәм урындағы халыҡты үҙенә тартып торасаҡ, шулай уҡ обелискының оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин итәсәк, уның тарихи һәм мәҙәни әһәмиәтен һаҡлаясаҡ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы - 2026”ла ҡатнашыуға арналған йыйылышта ҡатнашыусылар Үтәк ауылындағы обелискыға яңы төҫ биреү проектын хупланы. Конкурста еңеп сығылһа, обелискыны ремонтлау мөмкин буласаҡ. Был сараларҙың барыһы ла йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе тарихи хәтерҙе һәм быуындар бәйләнешен һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итәсәк.

Ирина РӘХМӘТУЛЛИНА, Үтәк ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас