Бөтә яңылыҡтар

Трактор бар, тағылма кәрәк

Былтыр беҙҙең ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында уңышлы ҡатнашып, “МТЗ-82” тракторы һатып алғайныҡ. Көндәлек бурыстарҙы хәл иткәндә ул ҙур ярҙамсы булып тора. Ләкин, тейешле ҡорамалдары булмаһа, иң заманса трактор ҙа биләмәләге күп төрлө эштәрҙе башҡарып сыға алмай.

Трактор бар, тағылма кәрәк
Трактор бар, тағылма кәрәк

Бөгөн иһә беҙ программаның 2026 йылғыһы сиктәрендә эште дауам итмәксебеҙ – былтыр алған тракторға аҫылмалы ҡорамалдар алыу проектын тәҡдим иттек. Был ҡорамал ауыл биләмәһендә көндәлек бурыстарҙы хәл итергә: ҡышын урамдарҙы, йәмәғәт биләмәләрен ҡарҙан үҙ ваҡытында таҙартырға, йәйен юл ситтәрен, юл буйҙарын тәртиптә тоторға, майҙансыҡтарҙы тигеҙләп торорға, ҡыҫҡаһы, төҙөкләндереүҙәге миҙгелле һәм көндәлек эштәрҙе башҡарырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ситтән техника йәлеп итеү сығымдарын ҡыҫҡартырға, эштең оперативлығын күтәрергә, төҙөкләндереү сифатын яҡшыртырға, биләмә инфраструктураһын йыл әйләнәһенә тәртиптә тоторға булышлыҡ итәсәк.
Проект ауыл халҡының дөйөм йыйылышта башланғысты әүҙем күтәреп алыуы, документтарҙы әҙерләүсе инициатив төркөмдөң көйлө эшләүе, урындағы предприятиелар һәм ойошмалар менән партнёрлыҡ, муниципаль һәм төбәк бюджетынан берлектә финанслау менән бойомға ашырыла.
Беҙ проектты әҙерләүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Ә ауылдаштарҙы иһә уның нисек бойомға ашырылыуын ҡарап барырға саҡырабыҙ. Уртаҡ тырышлыҡ менән биләмәбеҙҙе уңайлыраҡ, төҙөгөрәк итәйек!
Л.ВОРОНЦОВА, Ташлы ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас