Ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров йыйылышта ҡатнашыусыларҙы был программаның мөмкинлектәре менән таныштырып, ППМИ ярҙамында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Әйтергә кәрәк, тап ошо программа сиктәрендә биләмәгә ике трактор, янғын һүндереү машинаһы, трактор өсөн төрлө тағылмалар алынды. 2025 йылда Родина ауылында ял үҙәге булдырылды.
Архангелка ауылы халҡы үҙ-ара кәңәшләшеп “МТЗ-82” тракторы өсөн ауылда бик кәрәкле булған тағылма ҡоролмалар алырға тигән дөйөм ҡарарға килде. Ошонда уҡ инициатив төркөм төҙөлдө. Бөгөнгө көндә инде документтарҙы конкурс комиссияһына тапшырыуға әҙерлек эштәре башланды.
Ирина Крехова,
Табын ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.