Бөтә яңылыҡтар

Экскаватор алырға ҡарар иттек

Имәндәш ауыл биләмәһе урындағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге биргән программала йылдың-йылы әүҙем ҡатнаша. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә биләмәгә барлығы 14 млн һум аҡса йәлеп ителде.

Экскаватор алырға ҡарар иттек
Экскаватор алырға ҡарар иттек

Тап ошо программа ярҙамы менән биләмәгә ике трактор, уға кәрәкле бөтә төр тағылмалар, янғын һүндереү машинаһы алынды, уның өсөн йылы депо булдырылды, Юрмаш ауылындағы бер урамға асфальт түшәлде, былтыр инде төбәгебеҙҙең бер биҙәге булған Еҙем йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күпергә ремонт эшләнде.
Биләмә халҡы ағымдағы йылда ла Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ихлас ҡушылды. Дөйөм йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан тракторға аҫылмалы экскаватор һатып алырға, тигән ҡарарға килде. Сөнки ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа әленән-әле һыу үткәргестәрҙә авария осраҡтары булып тора. Тап экскаватор алыу тәҡдиме менән сығыш яһаған Ҡарағай ауылы менән Имәндәш ауылындағы һыу үткәргестәр трассаһының дөйөм оҙонлоғо 7 км самаһы. Авария осрағы булған һайын ситтән экскаватор эҙләп, яллап эшләтеү бик проблемалы. Шунлыҡтан барса халыҡ ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында экскаватор һатып алырға ҡарар итте. Уның хаҡы 1 млн һумдан ашыу. Программаға ярашлы, дәүләттән 700 мең һум, урындағы бюджеттан 140 мең һум ярҙам алһаҡ, 80 мең һумды биләмә халҡынан һәм шул уҡ тиклем сумманы бағыусыларҙан йыйырға кәрәк буласаҡ. Был ҡарарҙы йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан хупланы, шунда уҡ был эште ойоштороуға яуаплы булған инициатив төркөм һайланды.
Берҙәмлек менән был башланғысты ла уңышлы тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Илфат ҮТӘГӘНОВ,
Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас