

Мәҫәлән, 2019 йылда программа сиктәрендә Юлыҡ һәм Ҡауарҙы мәктәптәренә компьютерҙар һатып алынһа, 2020 йылда - “МТЗ - 82.1” тракторы, киләһе йылына - тракторға тағылма ҡоролмалар алынды. 2022 йылда Юлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбендә заманса тәҙрәләр ҡуйылды. 2023 йылда Юлыҡ ауылындағы мәҙәниәт йорто капиталь ремонтланды. Артабанғы йылдарҙа Һабай ауылы өсөн трактор һәм уға кәрәкле бөтә тағылма ҡоролмалар алынды.
Был йылдар арауығында биләмәлә барлығы 4 640 000 һумлыҡ эштәр башҡарылып, уның 3 105 000 һумын дәүләт ярҙамы тәшкил итте. Район бюджетынан 879 мең һум аҡса бүленһә, биләмә халҡы һәм бағыусыларҙың өлөшө 656 мең һум булды.
Ауыл биләмәһе халҡының күптән түгел үткән сираттағы дөйөм йылышында ҡатнашыусылар ағымдағы йылда ла Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға һәм уның ярҙамында Ҡауарҙы ауылы мәҙәниәт йортоноң иҙәнен алмаштырырға, тигән ҡарарға килде. Смета буйынса был маҡсатҡа 2 242 135,51 мең һум аҡса талап ителә. Республиканан 1 200 000 һум, муниципаль бюджеттан 792 135,51һум аҡса бүленгән осраҡта ҡалған өлөшөн халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйырға, тигән ҡарарға килде йыйылышта ҡатнашыусылар. Ошонда уҡ инициатив төркөм һайланды.
Фидалия Кәримова, Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе.