

5 июндә ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡурғашлы ауылында тантаналы шарттарҙа Ял һәм спорт паркы файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамында төҙөлгән. Ауыл халҡы өсөн оло байрамға әүерелгән тантанаға был төбәк халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның финанстар буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина, паркты төҙөүсе подрядсы ойошма етәксеһе Бадрудин Ғазгирәйев, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Зөһрә Хәлимова, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов, ауыл кешеләре, балалар, ситтән ҡайтҡан ауылдаштары килде һәм тамаша ҡылды.
Ауыл уртаһында урынлашып, әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә тартып торған парк биләмәһе асфальтланған, рәт-рәт итеп теҙеп эскәмйәләр урынлаштырылған, йәш ағастар ултыртҡандар. Ул өс өлөштән тора: кескәйҙәр өсөн уйын майҙансығы, мәҙәни-күңел асыу саралары өсөн һәм спорт майҙансыҡтары. Унда кескәйҙәргә уйын ҡоролмалары, физик күнекмәләр өсөн спорт тренажёрҙары, арыраҡ волейбол сеткаһы урынлашҡан.
Йолаға ярашлы, ҡыҙыл таҫма киҫелде. Балалар һәм өлкәндәр күптән көткән ял паркы биләмәһенә үтте. Сараны Ҡурғашлы һәм Түбәнге Ташбүкән ауылы мәҙәниәт йорттары художество етәкселәре Гөлназ Суфиянова менән Роза Кәримова алып барҙы.
Ауыл йәшәһен өсөн
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа һүҙ бирелеп, ул сараға йыйылыусыларҙы матур байрам айҡанлы ҡотланы. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ауыл биләмәһенең әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтте.
- Ошондай тантаналы сарала ҡатнашыуыма бик шатмын, - тине Венер Фәнир улы. - Ауылдарҙа ошондай объект асыу ҙур эш булып тора, тип уйлайым. Был - ауылдың киләсәге тураһында уйлау, балалар бында килһен, рәхәтләнеп буш ваҡыттарын үткәрһен. Әлбиттә, уларға ғына түгел, ата-әсәләренә лә, ғөмүмән, бөтә ауыл халҡына ял итеү, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү урыны – матур урын булып торһон.
Был бик кәрәкле урын, сөнки бында һеҙгә күңелле саралар үткәрергә мөмкинлек тыуасаҡ, балаларҙың сәләмәтлеге яғынан ҡарағанда ла бик файҙалы булыр тип уйлайым һәм ысын күңелдән ҡотлайым. Ауыл халҡының һәм хакимиәттең тырышлығы һәм подрядсы ойошма ярҙамы менән барлыҡҡа килгән был ял майҙансығы буш тормаһын, шау-гөр килеп торһон, - тигән теләктәрен еткерҙе В.Вахитов.
Бағыусыларға - рәхмәт!
Светлана Ғөбәйҙуллина менән Бадрудин Ғазгирәйев та байрам айҡанлы изге теләктәрен еткерҙе. Светлана Рәшит ҡыҙы паркты булдырыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бер төркөм әүҙемселәрҙе район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Артабан Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов һүҙ алып, ауылдаштарын һәм килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Ял һәм спорт паркын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡына, бағыусыларға, район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары С.Р.Ғөбәйҙуллинаға рәхмәт әйтеп, Ташбүкән ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ауылдаштарының байрам шатлығын уртаҡлашырға килгән Зөһрә Хәлимова изге теләктәрен еткереп, бүләк тапшырҙы. Ташбүкән ауыл Советы депутаты, парктың башланғысында торған Ҡурғашлы ауылы патриоты Данил Насиров ауылдаштарын байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен һәм берҙәм булыуҙары өсөн, шулай уҡ ярҙамдары өсөн Светлана Ғөбәйҙуллинаға һәм район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Зөфәр Хафизовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ауылдаштары исеменән Ҡурғашлы ауылы ағинәйҙәре ҡоро ағзаһы, уҡытыусы-ветеран Рәмилә Зәйниева сығыш яһап, былтыр ауылдың 100 йыллығын һәм Ғафури леспромхозының 65 йыллығын билдәләгәндән һуң паркка “Урмансылар паркы” тигән исем биреү тураһында тәҡдимдәр булыуын еткерҙе. Тап әлеге парк урынында элгәре урмансылыҡ контораһы булып, эшселәр геү килеп эшкә юлланһа, хәҙер иһә балалар тауышынан гөр килеп торһон, тигән теләген еткерҙе Рәмилә Әшрәф ҡыҙы. Түбәнге Ташбүкән ауылынан Роза Кәримова күршеләре - ҡурғашлыларҙың байрам шатлығын уртаҡлашты. Уҡытыусы-ветеран Нәфисә Әһлиуллина байрам менән тәбрикләне, Красноусолдан әүҙемсе Маһинур Ишмөхәмәтова ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йыр-моң ағылып торҙо
Сараны Гөлназ Суфиянова, Роза Кәримованың, ауыл ҡыҙҙары Юлиә менән Гүзәлиә Вәлиевалар, игеҙәктәр Алина менән Элина Ғәлиевалар, Зарина Ғәлимова, Лиана Ғәлиеваның берлектәге йыр-бейеүҙәре биҙәне. Парк балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо.
Паркты ҡотлап, Ҡурғашлы ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы тырышлығы менән ауылдың уңған хужабикәләре асыҡ һауала сәй табыны ҡороп, сарала ҡатнашҡан барыһын да сәй, үҙҙәре әҙерләгән төрлө тәм-том, ризыҡтар һәм былау менән һыйланы.
Ауылда балалар тауышы яңғырап торһон, уларҙың көндәре телефон менән үтмәһен өсөн ошондай майҙансыҡтарҙың булыуы бик мөһим. Киләсәгебеҙ – балаларҙың бала сағы күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ, һау-сәләмәт үтһен. Ауыл кешеләрен һәм балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәгән был һәр кем өсөн ҙур бүләк булған Ял һәм спорт паркы гөрләп торһон, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.