+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Апрель 2022, 09:25

Халыҡ хаҡында хәстәрлек

21 апрелдә төп власть органы булып торған Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Ул муниципалитет хеҙмәткәрҙәренең, йәғни үҙ көстәрен һәм ваҡыттарын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә – халыҡ хаҡында хәстәрлек күреүгә бағышлаған кешеләрҙең һөнәри байрамы. Ошо уңайҙан урындағы үҙидараның эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында районыбыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы – Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер ҠУНАФИНды әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Халыҡ  хаҡында  хәстәрлек
Халыҡ хаҡында хәстәрлек

-Венер Сәхиулла улы, һеҙ етәкләгән ауыл биләмәһендә урындағы үҙидара эше нисек ойошторолған?
-Иң башта шуны әйтеп китергә кәрәк, мин Сәйетбаба ауыл биләмәһенә 2019 йылдың апреленән етәкселек итәм. Иң ауыр - коронавирус пандемияһының башланған осоронда эш башларға тура килде, әммә халыҡ ышаныс күрһәтеп һайлаған икән, ышаныстарын аҡларға, бирешмәҫкә тырышылды. Һәр бер эште халыҡ менән кәңәшләшеп, уларҙың фекерен белешеп эшләргә тырышам. Сходтарҙа күмәкләп эшләнәһе эштәр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителеп, һәр йүнәлеш буйынса эш алып барыла.
Урындағы үҙидараның төп маҡсаты булып биләмә халҡының тормош сифатын яҡшыртыу, уңайлы шарттар булдырыу һәм йәшәйеш хәлен күтәреү тора. 8 ауылды үҙ эсенә алған ауыл биләмәһендә халыҡтың йәшәйешендә уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән ярайһы ғына эштәр башҡарылды.
Йылдағыса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, ауыл зыяраттарын тәртиптә тотоуға, йылға буйҙарын, шишмәләрҙе таҙартыуға, юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоуға һәм башҡа эштәргә ҙур иғтибар бирелә. Шулар иҫәбендә былтыр юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән район ярҙамы менән Ҡолҡан ауылының Әлтәшле урамына, Сәйетбабаның Мәндем урамына ҡырсынташ һалынды, юл билдәләре ҡуйылды. Ҡолҡан ауылында күпер йүнәтелде, көнкүреш ҡалдыҡтары түгеү өсөн өс контейнер майҙансығы эшләп ҡуйылды, ауылдар халҡы ҡатнашлығында Ҡолҡан ауылындағынан башҡа барлыҡ зыяраттар ҙа төҙөкләндерелде, Йөҙимән ауылы зыяратының кәртәләре һәм ҡапҡаһы профнастилдан яңыртып тотолдо, Сәйетбаба ауылының көнсығыш зыяратының тимер бағаналары һәм профилдәре буялды, көнбайыштағыһының кәртәләре яңыртып тотолоп, буяп ҡуйылды. Ҡаранйылға ауы-
лында Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығы сиктәрендә район хакимиәте, ауыл халҡы ярҙамы һәм бюджет хеҙмәткәрҙәре көсө менән Ж.Кейекбаевтың йорт-музейында һәм биләмәһендә бик ҙур эштәр башҡарылды, һәйкәл урынлаштырылды, тротуар плиткаһы һалынды.
Юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоуҙа ике трактор эшләп, тракторсылар Миңнулла Фәттәхов менән Илнур Һөйөндөковҡа халыҡ бик тә рәхмәтле, сөнки ҡышын таң атыуға барлыҡ ауылдарҙа ла юлдар һәр ваҡыт асыҡ, таҙартылған була.
“Атайсал” республика программаһы буйынса былтыр беҙҙә ярайһы ғына эштәр башҡарылды. Район Советы депутаты, эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәков ярҙамы менән (барлыҡ материалдарҙы (300 мең һумлыҡ) үҙе һатып алды) Туғай ауылы зыяраты халыҡ менән берлектә тулыһынса яңыртып сетка менән уратып алынды. Тап ошо программа нигеҙендә Ә.Аҫылбәков Сәйетбаба ауылы балалар баҡсаһы өсөн балалар майҙансығы урынлаштырырға уйлаша.
Яҡташыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйе-се урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов тыуған ауылы Йөҙимәнде тулыһынса автономлы янғын иҫкәрткестәр һәм ут һүндергес ҡорамалдар менән тәьмин итте, шулай уҡ уның ярҙамы менән һатып алынған балалар баҡсаһы өсөн уйын майҙансығы мәктәп биләмәһенә урынлаштырылды.
Район Советы депутаты Марсель Ғүмәров ярҙамы менән тыуған ауылы Уҫманға ауылдаштары менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск яңыртып ҡуйылды. Ҡолҡанда ла ошо программаға ярашлы ошондай обелиск төҙөү уйыбыҙ бар.
Сәйетбаба ауылында “Ҡала мөхите” милли проекты буйынса 2019 йылда төҙөлә башлаған “Еңеү” паркының төҙөлөшөн тамамлап, быйыл файҙаланыуға тапшырыуҙы күҙаллайбыҙ. Унда урынлаштырылған хоккей майҙансығы эшләне. Әхмәт Аҫылбәков ярҙамы менән ҡыш көнө яҡын-тирә ауыл командалары ҡатнашлығында хоккей ярыштары үткәрелде.
- Иңегеҙҙә 8 ауыл халҡының йәшәйеше, уларҙың проблемалары, хәл итәһе мәсьәләләре ята. Эшегеҙҙә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы төп таянысығыҙ булып кемдәр тора?
-Ысынлап та, бер ауыл биләмәһе башлығына ғына ете ауылды (һигеҙенсеһе – Яңы Заһитта бер генә йорт бар) тулыһынса контролдә тотоп, халыҡты борсоған бөтә мәсьәләләрҙе лә белеп, хәл итеп бөтөү мөмкин түгел. Бигүк еңел булмаған яуаплы эштә ауыл Советы депутаттары, старос-талар, ағинәйҙәр, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойош-малары – төп ярҙамсыларым. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан әүҙемлектәре менән айырылғандарҙы әйтеп китергә кәрәк. Старосталар: Ҡолҡан ауылынан Фәтих Ғәзизов, Ҡаранйылғанан Марс Ғәзизов, Уҫмандан Илһам Искәндәров, Йөҙимәндән Рафил Шәмсетдинов, Туғайҙан Рафил Иғзаҡов, Имәнлектән Рәфит Ғәлиәхмәтов, ошо уҡ ауылдан ауыл Советы депутаты Гүзәл Әхмәтшина, ветерандар советы рәйестәре Сәйетбабанан Закир Ишмырҙин, Йөҙимәндән Жәлил Зәйнетдинов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Лилиә Сибәғәтуллина (Йөҙимән), Венера Ҡунафина (Сәйетбаба), Сәйетбаба ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Разифа Ишембәтова һәм башҡалар. Шулай уҡ депутаттар үҙ округтарында ҙур эштәр алып бара. Улар ярҙамында ауылдарҙа халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Ауылдарҙы төҙөкләндереү, көтөү ойоштороу, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм башҡа бик күп көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Улар шулай уҡ имен булмаған ғаиләләр менән эшкә, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итәләр. Үҙ башланғыстары менән әүҙемлек күрһәткәндәрҙе лә билдәләп, рәхмәт әйтергә теләйем. Бына, мәҫәлән, Сәйетбаба ауылынан Ғәзиз Исхаҡов күрше-тирәһе менән Бикәнәй ҡойоһон кәртәләп алып, буяп ҡуйҙы. Ишмырҙа Сәлимов иһә шишмә йылғаһы буйын төҙөкләндергән, ағастар ултыртырға уйлаша. Шулай уҡ ауылым тип һәр эштә әүҙемлек күрһәткән Ғәлиә Вахитованы билдәләргә кәрәк.
- Пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
-Төҙөкләндереүгә йыл әйләнәһенә етди иғтибар бүленә, ауылдарҙың матурлығы, таҙалығы унда йәшәгән халыҡтан тора. Тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү маҡсатында шәмбе өмәләре, экологик көндәр, йәнтөйәкте йәшелләндереү буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә. Халыҡ бындай сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Артабан да төҙөкләндереү эштәрен дауам итеп, ағымдағы йылда был йәһәттән алдыбыҙға ярайһы ғына пландар алғанбыҙ. “Юл картаһы” буйынса Сәйетбаба ауылындағы Мәктәп урамына тротуар һалырға, Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Йөҙимән ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ремонт эшләргә, Уҫман ауылы башланғыс мәктәп бинаһын ремонтлап, клуб итеп үҙгәртергә, Ҡолҡан ауылы клубының ҡыйығын профнастил менән ябырға һәм эске яғын ремонтларға, был ауыл зыяраты кәртәләрен яңыртырға, Сәйетбаба ауылы биләмәһендәге ауыл хакимиәте балансында торған һәм хужаһыҙ тип табылған иҫке биналарҙы, элекке колхоз келәттәрен һүтергә, таштан булғандарына баһалама документтары эшләтеп, аукцион аша һатыуға ҡуйырға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша Сәйетбаба дауаханаһы биләмәһен уратып тимерҙән кәртәләргә һәм уға тиклемге майҙансыҡҡа асфальт түшәргә уйлашабыҙ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының быйылғыһында еңеп сыҡҡанда, Йөҙимән ауылына трактор һатып алырға планлаштырабыҙ.
- Урындағы үҙидара көнө уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды, хөрмәтле депутаттарҙы, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән тәбрикләйем. Халыҡҡа хеҙмәт итеү кеүек маҡтаулы, шул уҡ ваҡытта ауыр һәм яуаплы хеҙмәттә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек, алға ҡуйған маҡсаттарға ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ теләйем. Байрам көнөндә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған район хакимиәтенә, депутаттарға, эшҡыуарҙарға, шулай уҡ аңлап ҡабул иткән ауыл биләмәһендә йәшәгән кешеләргә берлектәге, берҙәм эшебеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Венер Сәхиулла улы. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Халыҡ  хаҡында  хәстәрлек
Халыҡ хаҡында хәстәрлек
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: