+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
22 Апрель 2022, 16:35

Көн емешле үтте

Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булып үтте. Уның эшендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Р.Р.Ишмөхәмәтов,  район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, муниципаль хеҙмәт ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәргә идара итеүселәре һәм белгестәре, депутаттар, старосталар, район хакимиәте һәм Советы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Көн емешле үтте
Көн емешле үтте

Йыйында урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдынғылар, әүҙемселәр бүләкләнде.

Саранан һуң район етәкселеге Фәнзил Сыңғыҙов Рөстәм Ишмөхәмәтов менән берлектә 22 апрель Владимир Ильич Лениндың тыуған көнө булараҡ, юлбашсының һәйкәленә сәскәләр һалды, көндөң икенсе өлөшөндә Яңғыҙҡайын мәктәбендә компьютер класын асыуҙа, һуңынан “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә Цапаловка ауылы янында ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Көн емешле үтте
Көн емешле үтте
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: