Тәү сиратта районыбыҙҙың ауыл биләмәләре һәм урындағы халҡы менән танышыуҙы үҙмаҡсат итеп алған етәксенең иң тәүге осрашыуы 13 ноябрҙә Сәйетбаба ауылында үтте. Район башлығы Венер Вахитов менән бергә халыҡ менән осрашыуға уның төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Фуат Кейекбаев менән Гүзәл Байдәүләтова, “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан Рәмзиә Юлмөхәмәтова, Красноусол үҙәк район дауаханаһынан Гүзәл Ноғоманова, район Советы секретары Марсель Йәнмырҙин, “Эко-Сити” ойошмаһынан вәкил килгәйне һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Яңы объекттар асылды
Осрашыу башланырҙан алда ҡунаҡтар был төбәк халҡы өсөн иҫтәлекле сараларҙа: Туғай ауылында “Табын” социаль-мәҙәни-иҡтисади үҫеш фонды тормошҡа ашырған “Тере хәтер” проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Президент гранттары фонды ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә төҙөлгән мемориаль комплексты һәм Сәйетбаба ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында төҙөлгән янғын һүндереү машинаһына модулле боксты асыу тантанаһында ҡатнашты.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорто янында урынлаштырылған модулле боксты асыу сараһында ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке ине. Ауылдың уртаһында урын алғанлыҡтан, саҡырыуҙар буйынса сығыу ҙа уңайлыраҡ буласаҡ. Йыйылыусыларҙы ҡотлап, район башлығы Венер Вахитов, янғын һүндереү машинаһының был бокстан янғындарҙы һүндереү өсөн түгел, ә профилактика маҡсатында ғына сығыуын теләне. Урындағы хакимиәт башлығы Венер Ҡунафин да шулай уҡ халыҡты ут менән һаҡ булырға саҡырҙы, сөнки ҡышҡы янғын хәүефе миҙгеле башлана, барыһына ла уяу һәм һаҡ булырға кәрәк, тип белдерҙе.
Эштәр барланды, борсоған һорауҙар еткерелде
Артабан барыһы ла ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залына осрашыу сараһына йыйылды. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин ҡыҫҡаса биләмәләге социаль-иҡтисади хәл-торошҡа байҡау яһаны.
Сәйетбаба ауыл биләмәһендә газ үткәргестәр Туғайҙан башҡа бөтә ауылдарға ла барып етте. Ағымдағы йылда Ҡолҡан ауылы “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙалана башланы, Ҡаранйылғала ППМИ сиктәрендә бағыусылар, халыҡ һәм власть ярҙамында юлға асфальт түшәлде. Биләмәгә ҡараған бөтөү сигенә еткән Яңы Заһит ауылы икенсе һулыш алыуы ҡыуаныслы, ауылда тыуып-үҫеп, төрлө урындарҙа йәшәгән ауыл кешеләре урындағы зыяратты кәртәләгәндәр, йәнтөйәгенә даими йәшәү өсөн ҡайтырға теләүселәр ҙә бар, юл, яҡтылыҡ үткәреү мәсьәләһе күтәрелде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе район етәкселегенә еткерҙе: Сәйетбаба ауылы кешеләре автобус туҡталышы ҡуйыу, мәҙәни-ял паркына хужа тәғәйенләү, Өйә йылғаһы ярын нығытыу, күпер, баҫманы ремонтлау, мәҙәниәт йорто алды биләмәһен асфальтлау, Ҡаранйылға ауылына Красноусолдан автобус маршрутын булдырыу, ФАП, обелискыны яңыртыу, урам яҡтыртҡыстары, Уҫман ауылында күпер, юл, сауҙа нөктәһе, автобус, Йөҙимәндә һыу башняһы һәм башҡа мәсьәләләрен күтәрҙе.
Ҡайһы бер һорауҙарға шунда уҡ яуап бирелде: Ҡаранйылғала фельдшер-акушерлыҡ пунктын 2028 йылда төҙөү планлаштырыла, күперҙәрҙе ремонтлау өсөн урындағы халыҡты ла, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк. Ә был округ буйынса район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәков үҙе ярҙам итергә теләк белдерҙе. Ярҙарҙы нығытыу буйынса мәсьәләләр республика структуралары ярҙамында ғына хәл ителә ала, уларға мөрәжәғәттәр ебәреләсәк, тигән яуап алынды.
"Ауылығыҙ бик матур!"
Сәйетбаба ауыл биләмәһендәге йылы осрашыуҙан һуң район башлығы Венер Вахитов үҙенең командаһы менән Имәндәшкә юлланды. Биләмә халҡы менән осрашыу 17 сәғәткә тәғәйенләнеп, ул башланғанға тиклем Венер Фәнир улы Еҙем йылғаһы аша аҫылмалы күпер янында булып, “Башҡортостан йөрәге” этнокомплексын ҡарап сыҡты.
Ауыл мәҙәниәт йортона билдәләнгән ваҡытҡа ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдарынан вәкилдәр йыйылғайны. Барыһы ла райондың яңы башлығын үҙ күҙҙәре менән күреү, уның менән аралашыу, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреү һәм уларға яуаптар ишетеү теләге менән килгән. Венер Фәнир улы Сәйетбабалағы осрашыуҙағы кеүек Имәндәштә лә район башлығы вазифаһын башҡара башлағас, ауыл биләмәләрендә кешеләрҙең нисек йәшәүен, ниндәй пландары булыуын, мәсьәләләрҙең ҡайһыларын хәл итәсәген һәм ниндәй проблемалар бергәләп хәл итеүҙе талап итеүен белеү өсөн халыҡ менән осрашыуҙар башларға ҡарар итеүен билдәләп үтте.
Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов ҡыҫҡаса биләмәләге эшмәкәрлек менән таныштырып үтте. Бы-йыл биләмәлә эшләнгән эштәргә килгәндә, Ҡарағай ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылһа, 2025 йылда Юрмашта күптән көтөлгән ФАП үҙ ишектәрен асасаҡ. Биләмә халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” һәм башҡа программаларҙа әүҙем ҡатнаша. “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, Тайыш ауылы клубына капиталь ремонт уҙғарылған, НКО буйынса бер нисә грант проектында еңеү яулап, шуларҙың береһе – Имәндәш мәктәбендә спорт майҙансығы. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында Юрмаш ауылында Коллектив урамының 560 метр арауыҡтағы юлына асфальт һалынған, Октябрь урамы юлына (457 метр) ҡырсынташ түшәлгән. Көнүҙәк мәсьәләләргә күсеп, ауыл биләмәһе башлығы иң мөһиме - 2001 йылда файҙаланыуға тапшырылған Еҙем йылғаһы аша һалынған күперҙәге япманы алыштырыу кәрәклеген һәм был эште планға индереү хаҡында әйтте. Ә икенсеһе - Мораҙ ауылы йүнәлешендәге юлды ремонтлау.
- Һеҙҙең ауылға беренсе тапҡыр килеүем, ауылығыҙ тураһында ишеткәнем бар. Һөйләгәндәренән күпкә матурыраҡ икән. Еҙем йылғаһы буйында, матур ҡаялар, урмандар араһында урынлашҡан. Һеҙгә ҡарайым да, халыҡ та һөйкөмлө генә күренә. Минең һеҙҙең менән беренсе осрашы-
уым танышыу форматында. Эшемде башлағанмын икән, иң башта һеҙҙең проблемаларығыҙҙы ишеткем килә ине, - тине Венер Вахитов һәм йыйылыусылар менән аралашыуҙы, Сәйетбабалағы кеүек үк, һорауҙарға яуап биреүҙән башланы. Күпер менән проблеманы ул белә, финансистар менән яҡынса һөйләшеү булған. - Һеҙ үҙ яғығыҙҙан эшҡыуарҙар менән һөйләшегеҙ, инвесторҙар эҙләп тапһағыҙ, артабан еңелерәк буласаҡ. Һәм беҙ үҙ яғыбыҙҙан ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ, сөнки был район өсөн мөһим объект, - тине ул. - Юл буйы сервисы етмәй, был эшкә халыҡты йәлеп итергә кәрәк, ул саҡта ике яҡ өсөн дә файҙа буласаҡ.
Мәсьәләләр хәл ителәсәк
Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе етәкселеккә еткерергә тырышты. Иҫке Тайыш ауылы медпункты фельдшеры Лилиә Йәғәфәрова электр үткәргестең иҫкелек сигенә етеүен билдәләп, янғын сығыу хәүефе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер айҙан артыҡ яҡтылыҡһыҙ эшләүен әйтте. ФАП мәсет менән бер бинала урынлашҡан.
- Был бинаны беҙ арендаға алғанбыҙ, шуға ла бер нимә лә эшләй алмайбыҙ, ул ауыл биләмәһенең ҡарамағында. Ә был ауылда модулле ФАП-тың яңыһын төҙөү 2027 йылға планлаштырылған, - тигән аңлатма бирҙе үҙәк район дауаханаһы вәкиле Гүзәл Ноғоманова.
- Был мәсьәләне мотлаҡ хәл итергә кәрәк, - тигән бурыс ҡуйҙы Венер Фәнир улы үҙенең урынбаҫары Фуат Кейекбаевҡа. Башҡа мөрәжәғәттәр ҙә контролгә алынып, уларҙы өйрәнеп, ҡулдан килгәнсә хәл итәсәкбеҙ, - тине район етәксеһе.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы ойоштороуҙа етешһеҙлектәр, ауыл урамдары буйлап көтөүе менән турбаза аттары йөрөүе, йәй көнө сабынлыҡтарҙы тапауы, ер һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереүҙәрен һорап мөрәжәт итте Имәндәш төбәге халҡы.
Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.