Ултырышты асып, ауыл биләмәһе башлығы Минияр Ибраһимов биләмәлә 2024 йылда башҡарылған эштәрҙе, алда торған бурыстарҙы барланы. Атап әйткәндә, ауыл советы эшселәре һәм әүҙем ауылдаштар көсө менән Мәндем ауылында былтырғы көслө ямғырҙар йыуып сафтан сығарған бер күперҙе йүнәтеп ҡуйғандар, ләкин икенсеһен эшләп булмаған. Зыяратҡа тиклем юлды ла ҡом-таш түшәп йүнәткәндәр. Мәндемгә тиклемге юлды быйыл түшәп бөтөрөргә тырышасаҡбыҙ, тине башлыҡ.
Ташлы ауылында Ташлинка йылғаһы аша күперҙе лә ямғыр һыуҙары бер нисә тапҡыр сафтан сығарған, уны ныҡлыраҡ итеп эшләп ҡуйырға кәрәк. Халыҡ сүп түгә торған контейнерҙар өсөн майҙансыҡ төҙөүҙе һораған. Ул төҙөлөп бөткән тиерлек, башын ябаһы ғына ҡалған.
Ташлыла барыһын борсоған төп бәлә – һыу үткәргестәрҙең торошо. Тауҙан аҡҡан шишмәнән йорттарға һуҙылған һыу үткәргес торбалар ваҡыт үтеү менән туҙған, улар тишелгән һайын ямап ҡына торабыҙ, ләкин торбаларҙы тотош яңыртып алыштырмайынса, проблема хәл ителмәйәсәк. Быны быйыл эшләргә тырышасаҡбыҙ, тине башлыҡ.
Биләмәлә ике ҡом карьеры эшләп килә. Улар менән һөйләшеп, Ташлы ауылы араһындағы юлды яңынан асфальтларға ла иҫәп тоталар. Хәйер, был юлдарҙың эштән сығыуына тап ошо карьерҙарҙың ауыр йөк ташыусы машиналары тос “өлөш” индергән. Боҙғанды төҙәтеү уларҙың намыҫ эше булырға тейештер.
Ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының быйылғыһына документтар биргән. Әгәр конкурс һынауын үтһәләр (ул апрелдә билдәле буласаҡ), трактор һатып аласаҡтар. Ә әлегеһен төҙөкләндереү, ҡышын ҡар таҙартыу өсөн Мәндем ауылына беркетеп ҡуйырға уйлайҙар.
Биләмәлә бер коммерциялы булмаған ойошма – “Ташлинка” Ташлы ауыл биләмәһе үҫешенә булышлыҡ итеү фонды эшләп килә. 2023 йылда уларҙың әҙерләгән проекты конкурс һынауын үтеп, Ташлы мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеү класын йыһазлағандар, 2024 йылда Мәндем ауылында обелискы асҡандар. Быйыл ойошма Ташлыла музей ойоштороуға проект әҙерләп тапшырған.
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һүҙен һөйөнөслө яңылыҡ еткереүҙән башланы: - Ташлыла урынлашҡан элекке “Ҡояшлы” ял лагерын Рәсәй Геройы Андрей Мигунов исемендәге, йыл әйләнәһенә эшләүсе балалар ял-һауыҡтырыу лагеры итеп яңыртып ҡорорға хәл ителгән. Әлегә уның концепцияһын, дизайнын эшләйһе, документацияһын әҙерләйһе бар. Төҙөлөштө киләһе йылда башларға тырышасаҡбыҙ, - тине етәксе, - ул асылһа, урындағы халыҡҡа эш урындары ла булыр ине.
Ул депутаттар корпусына үҙ кәңәштәрен дә еткерҙе: - Ауыл йәшәһен, үҫешһен тиһәң, ҡайҙандыр килем, табыш эҙләргә кәрәк. Хозур тәбиғәт ҡосағы туристарҙы йәлеп итеп торған урын була ала. Буш ятҡан ерҙәрҙе аҡыл менән файҙаланыу юлдарын эҙләгеҙ. туризмды үҫтереү йүнәлешендә эшләүсе инвесторҙарҙы йәлеп итергә була. Хәҙер мөмкинлектәр заманы бит, федераль, республика кимәлендә ниндәй гранттар, программалар бар – өйрәнегеҙ, уларға эләгергә тырышығыҙ. Кәрәк икән, ҡағыҙҙар әҙерләүҙә район хакимиәтендәге белгестәр ярҙам итер.
Асыҡ ултырышта шулай уҡ бүтән ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Һуңынан мәктәп ашханаһында әҙерләнгән сәй өҫтәле артында Венер Вахитов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, һәләк булғандарҙың яҡындары менән осрашты.