Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Апрель 2025, 09:00

Хакимиәткә сәйәхәт

16 апрелдә, Урындағы үҙидара көнө алдынан, уның сиктәрендә “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары булған район үҙәге мәктәптәренең 11 өлкән класс уҡыусыһы муниципаль район хакимиәтендә экскурсияла булды.

Хакимиәткә сәйәхәт
Хакимиәткә сәйәхәт

Уны район хакимиәтенең хоҡуҡи һәм кадрҙар менән эш бүлеге ойоштороп уҙғарҙы. Район хакимиәте менән танышыу тәүге ҡатта урынлашҡан Территориаль һайлау комиссияһы кабинетынан башланды, унда балалар һайлауҙарҙы ойоштороу һәм һайлау органдары эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре менән танышты. Территориаль һайлау комиссияһының яуаплы секретары Олеся Клёнова һайлау процесының бөтә этаптары тураһында һөйләне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар икенсе ҡатҡа күтәрелеп, Ғафури район Советы эшмәкәрлеге менән танышты. Район Советы рәйесе Галина Петрова уҡыусыларға Совет эшенең үҙенсәлектәре, урындағы үҙидара структураһы, депутаттарҙың функциялары һәм муниципалитет кимәлендә ҡарарҙар ҡабул итеү процесы тураһында һөйләне. Советтың ойоштороу тәьминәте секторы мөдире Альбина Ғәзизова аңлатмалар бирҙе.
Экскурсияның төп ваҡиғаһы, әлбиттә, уҡыусыларҙың Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән осрашыуы булды. Район башлығы балаларҙы үҙенең эш кабинетында ихлас ҡаршы алды. Венер Фәнир улы эшмәкәрлеге һәм бурыстары менән таныштырҙы, яҡын киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, район тормошонда ярҙам итеүҙәрен һәм әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, яуаптар алды.
- Муниципаль власть етәксеһе булыу - ул яуаплы һәм ҡатмарлы хеҙмәт. Был ролде үтәү өсөн даими өйрәнергә һәм үҫешергә кәрәк. Муниципалитет башлығы граждандарҙың бөтә һорауҙарына һәм талаптарына яуап бирергә, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табырға, халыҡтың именлеге өсөн яуаплы булырға һәм заманса тенденцияларҙан ҡалышмаҫҡа тейеш. Һеҙгә, иң мөһиме, тырышып уҡырға, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе тыңлағыҙ, хыялдарығыҙ булһын, үҙ маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе һәм тормошта үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем, - тигән теләктә ҡалды Венер Вахитов, балалар менән әңгәмәне тамамлап. Уҡыусылар экскурсия барышында муниципаль хеҙмәткәр, белгестәр, хакимиәт башлығы булыуҙың нимә икәнен белде.
Экскурсия уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Сара иҫтәлеге итеп улар бүләктәр алып ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Осрашыу күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.

Хакимиәткә сәйәхәт
Хакимиәткә сәйәхәт
Хакимиәткә сәйәхәт
Хакимиәткә сәйәхәт
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас