“ППМИ - 2026” программаһына әҙерлек сиктәрендә Курорт ауылында инициатив төркөм өс ултырыш үткәрҙе. Уларҙа ауыл халҡы өсөн иң кәрәкле, өлгөрөп еткән, күптән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Ауыл үҫеше өсөн янып-көйөп йөрөүсе әүҙем кешеләрҙән төҙөлгән төркөм мөһим эштәр башҡара: конкурс документацияһын әҙерләүҙә булышлыҡ итә, проектты бойомға ашырыу барышын күҙәтеп бара, йәмәғәтселеккә мәғлүмәт еткерә һәм уларҙы проектта ҡатнашыуға йәлеп итә. Ултырыштарҙа төркөмдөң маҡсаты һәм бурыстары билдәләнде, шулай уҡ, конкурста еңгән осраҡта, бағыусылар ярҙамын һәм халыҡ яғынан финанс ярҙамын йәлеп итеү механизмдары ҡаралды. Инициатив төркөм менән Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең бер төптән һәм әүҙем эш итеүе проекттың уңышлы буласағына ышаныс уята.