Красноусол ауылының Карл Маркс урамындағы 12-се һәм Фрунзе урамындағы 50-се һанлы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йыйылышта “К.Маркс урамындағы йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү” проектын хуплап тауыш бирҙе. Проект конкурс һынауын үткән осраҡта, К.Маркс менән Фрунзе урамдары киҫелешендәге тротуар асфальтланып, йәйәүлеләр йөрөй торған тирә төҙөкләндереләсәк. Ә был иһә бында йәшәүселәр өсөн генә уңайлыҡ булдырмай, ә Красноусолдың үҙәк урамдарының дөйөм күренешен күркәмерәк, йәмлерәк итәсәк.
Үткәрелгән осрашыуҙарҙа был йорттарҙа йәшәүсе әүҙем кешеләрҙән торған инициатив төркөм булдырылды, уның эш маҡсаты һәм бурыстары билдәләнде, урындағы кешеләргә мәғлүмәт еткереү, проект еңгән осраҡта уны бойомға ашырыуға халыҡтан һәм бағыусыларҙан финанс ярҙамы йәлеп итеү хаҡында һөйләшелде.
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе менән инициатив төркөмдөң берлектәге эше уңышлы булыр тип ышанабыҙ.
Красноусол ауыл хакимиәте был эштә әүҙем ҡатнашҡан, ярҙамлашҡан барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәтен еткерә, инициатив төркөм менән ауыл хакимәтенең тырышлығы үҙ емешен бирер тип ышанабыҙ.
Гөлсинә ДӘҮЛӘТШИНА,
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.