Биләмә башлығы Венер Сәхиулла улы сығышын бөгөн көн үҙәгендә булған махсус хәрби операция темаһы менән башланы.
- Беҙҙең быуын иңенә лә етди һынау – Ватан именлеген һаҡлау бурысы ятты. Бөгөн районыбыҙ яугирҙары, шул иҫәптән үҙ теләктәре менән ил именлеге һағына баҫҡан 37 ауылдашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә укрофашистарға ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәрһеҙ юғалған, батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар, - тине Венер Сәхиулла улы. Сарала ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Һигеҙ ауылды берләштергән Сәйетбаба ауыл биләмәһендә барлығы 1023 йорт булып, унда 2542 кеше теркәлгән. 13 шәхси эшҡыуар, бер крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй, 855 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Биләмә халҡы нигеҙҙә шәхси хужалыҡ иҫәбенә көн итә, күпләп мал-тыуар тота, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Быларҙан тыш шәхси хужалыҡтарҙа төрлө тағылмалары булған 128 берәмек техника теркәлгән, 10 шәхси пилорама эшләй.
Башҡарылған эштәр
- Бар эштәрҙә лә биләмә депутаттарға, ауыл старосталары, ойошмалар етәкселәре һәм ауылдар халҡына таянып, берҙәмлектә эшләйбеҙ, - тип билдәләп үтте сығыш яһаусы. – Халыҡ инициативаһы һәм совет ҡарары нигеҙендә биләмәлә 14 сход ойошторолоп, унда төрлө мәсьәләләр ҡаралды. Сход ҡарарҙарына ярашлы ауылдарҙа бихисап төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, юлдар һалынды һәм ремонтланды. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискылар, шишмәләр төҙөкләндерелде, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителде. Сүп-сар түгеү майҙансыҡтары төҙөлдө, малдарҙы көтөү өсөн “электр көтөүсе” урынлаштырылды. МХО-ла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылды. “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә халыҡ менән бергәләп ағас ултыртыуҙа, ауылдарҙы, зыяраттарҙы, йылға-шишмә ярҙарын таҙартыуҙа өмәләр ойошторолдо.
Был тәңгәлдә киҫкен мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, сүп-сар майҙансыҡтарының әҙ булыуы һәм контейнерҙар етешмәүе. Үткән йыл үҙ көсөбөҙ менән Ҡаранйылға һәм Туғай ауылында ике майҙансыҡ эшләп ҡуйҙыҡ, тик уларҙа контейнерҙар юҡ хәлендә. Ағымдағы йылда дөйөм көс менән биләмәлә тағы ла ике майҙансыҡ эшләргә кәрәк буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды биләмә башлығы.
Төрлө программалар ярҙамға килә
Биләмәнең үҫешендә, ауыл ерлегендә халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм еңеләйтеүгә бәйле күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә район етәкселегенең һәм дәүләт тарафынан булдырылған төрлө программаларҙың ярҙамы ҙур роль уйнай, - тип дауам итте биләмә башлығы. - Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә Сәйетбабала Каширин һәм Партизан тыҡрыҡтарында бағаналар ултыртылып, электр линияһы үткәрелде, төнгөлөккә яҡтыртҡыстар урынлаштырылды. Был тәңгәлдә даими эш алып барыла. Былтыр ауылдар буйынса янған лампалар яңыға алмаштырылды. Төнгөлөккә урамдарҙы яҡтыртыу төп һәм ауыр проблемаларҙың береһе булып ҡала, беренсенән, электр энергияһы өсөн түләүгә һәм яңы лампалар алыуға бик күп сығымдар китә.
"Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы"нда ла йылдың-йылы ҡатнашып, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл иттек. Тап ошо программа сиктәрендә ауылдарға һыу үткәрелде, юлдарға асфальт түшәнек, ике трактор һәм уға кәрәкле тағылмалар, янғын һүндереү машинаһы алдыҡ, Сәйетбабала янғын һағы боксы эшләп ҡуйҙыҡ. 2025 йылда тап ошо программа нигеҙендә тракторҙарға 1 400 мең һумлыҡ тағылма ҡорамалдар, экскаватор менән грейдер алдыҡ. Биләмәлә коммерцияға ҡарамаған “Табын” ойошмаһы ла уңышлы эшләй һәм йылдың-йылы кәмендә ике проект менән еңеүгә өлгәшә. Уҙған йылда ла ике проект еңеп сыҡты һәм уға ярашлы быйыл Яңы Заһит ауылында яугирҙар иҫтәлегенә обелиск төҙөләсәк, Сәйетбаба урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты заманса технологиялар менән йыһазландырыласаҡ. Ағымдағы йылда ла ППМИ-ла ҡатнашып, конкурсҡа документтар тапшырҙыҡ. Был юлы Йөҙимән ауылы халҡының һорауы буйынса тракторға 1 200 мең һумлыҡ тағылма ҡорамалдар һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
-Урындағы әһәмиәтле юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән дә даими эш алып барыла. 2025 йылда ла был эште дауам итеп, район хакимиәте ярҙамы менән ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың соҡорло урамдарына торбалар һалынып, төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, - тине биләмә башлығы һәм ремонт эштәре үткән ауылдар урамдарын һанап үтте. Әйткәндәй, биләмә башлығының сығышы, башҡарылған эштәре экранда фотоһүрәттәр менән нығытылып барҙы.
“Атайсал” - Кесе Ватанға ярҙам проекты сиктәрендә лә биләмәлә байтаҡ изге эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Ҡаранйылға ауылында һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә обелиск төҙөлгөн, ауылға ингән урында күркәм стела урынлаштырылған, контейнер майҙансығы төҙөлгән. Ҡолҡан ауы-
лында ла стела урынлаштырылған, МХО- ла һәләк булған яугир Заһир Вәлиев иҫтәлегенә таҡтаташ асылған. Сәйетбаба ауылында тотош ауыл халҡы һәм төрлө тарафта йәшәүсе яҡташтары ҡатнашлығында “Шишмә”, “Ташбашы” һәм “Бикәнәй” ҡойоһо төҙөкләндерелгән. Биләмә башлығы һәр ауылда башҡарылған эштәргә айырым туҡталып, уларҙың һәр береһенә үҙ өлөшөн индереүселәргә рәхмәт белдереп үтте.
Еңеү хаҡына эшләйбеҙ
- Биләмә халҡы илдә барған ваҡиғаларға битараф түгел, МХО-лағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүгә тос өлөш индерә, - тип билдәләне Венер Сәхиулла улы. – Биләмәлә ауылдаш яугирҙарға “ярҙам штабы” эшләй. Кемдәрҙер аҡсалата, әйберләтә ярҙам итә. Маскировкалау селтәрҙәре үреү, посылкалар туплап ебәреү өсөн Йөҙимән мәктәбендә һәм Сәйетбаба ауыл китапханаһында пункт ойошторолдо. Яугирҙар һорауы буйынса халыҡтан йыйылған аҡсаға һанлы рация, 2 БПЛА, тепловизор, мейестәр, машина тәгәрмәстәре , күсереп йөрөтмәле мунса, генераторҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр, исемле посылкалар оҙаттыҡ, был эш Еңеүгә тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ яугирҙарҙың яҡындарына, ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ.
Берҙәм эш ырамлы
- Йыл һуҙымында биләмәлә башҡарылған эштәрҙә ауыл советы депутаттары, ауыл старосталары, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары һәм, әлбиттә, урындағы халыҡтың тырышлығы, роле баһалап бөткөһөҙ. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр ҙә һәр саҡ халыҡ араһында. Ниндәй генә проблемалар килеп тыуһа ла, бергәләп, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Байтаҡ эштәр башҡарылды, башҡараһы эштәр ҙә һанап бөткөһөҙ. Алда Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Йөҙимән ауылдарында ФАП-тарҙы яңыртыу, Сәйетбаба һәм Уҫман ауылында күпер, Ҡолҡан ауылында һыу, Туғай ауылына газ мәсьәләһен хәл итеү бурыстары тора. Артабан да шулай бер төптән булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләгәндә барыһына ла өлгәшеп булыр. Быйылғы йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы. Беҙ ҙә берҙәм булайыҡ, берҙәмлек менән Еңеүгә өлгәшербеҙ, урындағы мәсьәләләрҙе лә хәл итә алырбыҙ, - тип тамамланы үҙенең сығышын Венер Сәхиулла улы.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова ла үҙенең сығышында биләмә башлығының һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
- Бик ауыр, һәр яҡлап, шул иҫәптән финанс мәсьәләһендә лә көсөргәнешле осор кисерәбеҙ, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Шуға ҡарамаҫтан ауылдарҙа төп проблема булған юлдар мәсьәләһенә иғтибар бүленәсәк. Бөгөн МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү, Еңеүҙе яҡынайтыу төп мәсьәлә булып ҡала. Берҙәм булып, үҙ-ара аңлашып эшләгәндә генә урындағы күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин буласаҡ.
Ауыл советы депутаттары исеменән Сәйетбаба урта мәктәбе директоры Марс Фәйзуллин сығыш яһап, үткән йылда биләмәлә байтаҡ эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ауыл биләмәһе советының 2025 йылғы эшмәкәрлеген “ҡәнәғәтләнерлек”, тип баһаланы. Башҡа депутаттар ҙа уның баһаһын ҡеүәтләне. Шуның менән биләмә советы депутаттарының сираттағы ултырышы үҙенең эшен тамамланы.
Мәрхәбә Собханғолова.