Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхнәф Ноғайғолов йыл һуҙымында башҡарылған эштәрҙе барлап үтте.
- Махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 4 кеше саҡырылһа, йәнә 29 кеше Оборона министрлығы менән килешеү нигеҙендә илебеҙ именлеге һағына баҫты, - тине Әхнәф Әхиәр улы махсус хәрби операция темаһына туҡталып. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел. Ҡарағай мәктәбендә МХО биләмәһендә батырҙарса һәләк булған Илгиз Мирхәйҙәров иҫтәлегенә таҡтаташ асылды, Имәндәш мәктәбендә элекке уҡытыусы Рәсих Муллашев иҫтәлегенә Герой партаһы булдырылды. Шулай уҡ Имәндәш мәктәбендә Рәсих Ишмырҙа улы иҫтәлегенә Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм районыбыҙ шахматсылары ҡатнашлығында төбәк-ара турнир үткәрелде.
Биләмә халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Был тәңгәлдә айырыуса ауыл ағинәйҙәре ойоштороуында имәндәштәр һәм Ҡарағай ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә. Маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, халыҡтан аҡса йыйып, яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр алалар, кәрәк-яраҡтар туплап, исемле посылкалар оҙаталар.
Эшҡыуарҙар ярҙамы
- Имәндәш ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында 2017 йылдан башлап әүҙем ҡатнашып килә һәм уның һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ өсөн мөһим проблемаларҙы хәл итеүгә 14 млн һум дәүләт ярҙамын йәлеп иттек, - тип дауам итте биләмә башлығы. - Үткән йылда тап ошо программа сиктәрендә Еҙем йылғаһы аша аҫылмалы күпер ремонтланды.
Был программаға туҡталып Әхнәф Әхиәр улы ошо төбәккә генә хас булған бер ыңғай миҫалды һыҙыҡ өҫтөнә алды. Имәндәш ауыл биләмәһендә бына бер нисә йыл инде программа сиктәрендә теге йәки был эште башҡарғанда дәүләт, район һәм бағыусылар ярҙамына ғына таяналар, йәғни башҡа биләмәләрҙәге шикелле халыҡтан аҡса йыйылмай.
- Биләмәбеҙҙең тәбиғәттең гүзәл мөйөшөндә урынлашыуы, йәнә туризм йүнәлешендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙың күплеге һәм һәр саҡ ихлас ярҙам итеүҙәре эшебеҙҙә ныҡлы таяныс. Уҙған йыл, мәҫәлән, аҫылмалы күперҙе ремонтлауға эшҡыуарҙар А.Высоцкий - 50 мең, И.Бәхтийәров, А.Ибәтуллин - 30-ар мең, Л.Сөләймәнов - 20 мең аҡса бирҙе, шулай уҡ А.Ибраһимова, А.Гончаров, үҙ эшҡыуарҙарыбыҙ М.Урманшин, А.Айбатов, Ф.Ергизов, Р.Хәбиров, Р.Зәйнешев, Р.Әбүзәров һәм башҡалар ҙа тос өлөш индерҙе, - ти биләмә башлығы һәм һәр эштә ярҙам иткәндәре өсөн уларға рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, биләмәлә туризм өлкәһендә рес-публиканан ситтә лә, хатта, танылыу яулап, уңышлы эшләгән 4 туристик база иҫәпләнә.
- Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа уңышлы эшләй, - тип дауам итте сығыш яһаусы. - Тап уларҙың һөҙөмтәле эше ярҙамында Имәндәш мәктәбендә тамашасы залы йыһазландырылды, музей булдырылды, уҙған йыл мәктәп биләмәһендә спорт майҙансығы асылды. Ҡарағай ауылында һуғыш ветерандары иҫтәлегенә обелиск төҙөлдө, мәҙәни-спорт майҙансығы сафҡа инде. Быйыл да улар конкурсҡа 4 проект тәҡдим итте.
- Биләмә халҡын 8 сауҙа объекты көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары менән тәьмин итә һәм кешеләр уларҙың эшенән ҡәнәғәт, - тип билдәләне биләмә башлығы. – Һаулыҡ һаҡлау тәңгәлендә Ҡарағай, Имәндәш, Тайыш һәм Юрмаш ауылдарында ФАП-тар эшләй. Юрмаштағы яңы модулле ФАП былтыр ғына асылды.
Төҙөкләндереү
Халыҡты эсәр һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү, юлдарҙы тәртиптә тотоу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡты, йылға, шишмә буйҙарын санитар таҙартыу, йәш ағастар ултыртыу буйынса ла биләмәлә байтаҡ эш башҡарылған. Мәҫәлән, Имәндәш, Ҡарағай ауылдарында һыу үткәргес ремонтланған, халыҡ ярҙамы менән насос алмаштырылған, шулай уҡ үҙ көстәре менән Мораҙ,Таш-Аҫты ауылы урамына, Некрасовка - Яңы Тайыш ауылдары араһындағы юлға ҡырсынташ түшәлгән, бынан тыш “ТВС” МУП-ы техникаһы менән берлектә Ҡарағай-Мораҙ ауылы араһындағы юл ремонтланған. Ҡарағай ауылында Мәндем йылғаһы ярында янғын һүндереү машинаһына һыу алыу өсөн ҡырсынташ түшәлеп, пирс эшләнгән. “Йәшел Башҡортостан” проекты сиктәрендә Ҡарағай менән Имәндәш араһында, Имәндәш ауылына ингән ерҙә 7400 төп йәш үҫентеләр ултыртылып, кәртәләп алынған. Имәндәштә шишмә аша бетондан күпер һалынған, халыҡ менән өмә яһап ауылдарҙағы иҫке биналар һүтелгән, төҙөкләндереү эштәре ойошторолған. Бынан тыш әленән-әле Имәндәш ауылы йәнәшәһендәге “Башҡортостан йөрәге” майҙанында үткән район, республика кимәлендәге сараларҙан һуң уның тирә-яғын, Таш-Аҫты ауылынан алып, Юрмашҡаса Еҙем йылғаһы ярҙарын таҙартыу ҙа биләмә яуаплылығында.
- Бөтә был эштәрҙә халыҡ, мәктәп коллективтары, депутаттар әүҙем ҡатнаша, - тип билдәләне биләмә башлығы.
- Имәндәш ауыл биләмәһе советында 7 депутат эшләй. Үткән йыл 11 ултырыш үткәрелеп, 45 һорау ҡаралды, 53 ҡарар ҡабул ителде, 31 нотариаль хеҙмәт күрһәтелде. Йыл һуҙымында биләмә тормошона бәйле төрлө һорауҙарҙы ҡарауҙа һәм көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн уларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп, ағымдағы йылда ла шулай депутаттар корпусы һәм халыҡ менән бер төптән эшләрбеҙ, тип уйлайым, - тип тамамланы Әхнәф Әхиәр улы отчёт докладын.
- Район Советы депутаты булараҡ, ауыл советы депутаттарының һәр ултырышында тиерлек ҡатнашып, башҡарылған эштәр уртаһында ҡайнайым. Күп мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улының йыл һуҙымындағы эшмәкәрлек хаҡындағы докладынан күренеүенсә, ысынлап та халыҡ мәнфәғәтендә күп кенә аныҡ эштәр алып барыла. Эштәрен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалайым, - тип билдәләне Сәлих Ишмырҙа улы. Рәмилә Мәхмүтова ветерандар һәм ауыл ағинәйҙәренең эштәре хаҡында бәйән итте.
- Беҙгә бөгөнгө ауыр, ҡатмарлы осорҙа берҙәм һәм татыу булып, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп хәл итергә кәрәк. Йыл еңелдән булмаясаҡ, бигерәк тә финанс йәһәтенән. Алдыбыҙға ҡуйылған, вәғәҙә ителгән күп эштәрҙе үҙ көсөбөҙ, халыҡ менән бергәләп хәл итергә тура киләсәк, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова ултырышта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Фекер алышыуҙарҙан һуң ултырышта ҡатнашыусы депутаттар бер тауыштан биләмә хакимиәтенең эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланы. Һуңынан Әхнәф Ноғайғолов биләмә тормошонда әүҙем ҡатнашып, һәр эштә ярҙам иткән эшҡыуарҙарға, ауыл уңғандарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Мәрхәбә Собханғолова.