Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов ултырышты асып, ауыл Советының 2025 йылғы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, быйылға пландарҙы барланы.
- Ташбүкән ауыл биләмәһе Түбәнге һәм Үрге Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарын берләштерә. Бөгөнгө көндә Ҡурғашлыла ауыл хакимиәте, ауыл клубы, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике сауҙа нөктәһе, Ташбүкәндә ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, ФАП эшләп килә. Өс ауылда ла почтальон хеҙмәте күрһәтелә. Почта начальнигы урынына вакансия асыҡ.
Ауыл биләмәһендә 288 йорт-хужалыҡ иҫәпләнеп, шуларҙың 198-ендә 382 кеше йәшәй, 90 йорт буш тора. 22 бала Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, бер бала Стәрлетемаҡ ҡалаһында лицейҙа белем ала. Хәрби иҫәптә 99 граждан тора, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙан - 4, призывниктар - 8. Бөгөнгө көндә 4 егетебеҙ яу ҡырында. 5 күп балалы ғаилә иҫәпләнә, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр юҡ, инвалид бала тәрбиәләүсе бер ғаилә бар.
Ауыл биләмәһе буйынса 2025 йылда башҡарылған эштәргә килгәндә, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә “Ҡурғашлы ауылында мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү” проекты менән сығып, еңеүгә һәм 1 млн 750 мең һум инвестиция алыуға өлгәштек. Шул иҫәптән 200 мең һум халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылды, 350 мең һум район бюджетынан, 1 млн 200 мең һум республика бюджетынан бүленде. Ошо уңайҙан ауыл халҡына, бағыусыларға, инициатив төркөмгә рәхмәт белдерәм. Был суммаға парк өсөн ҡоролмалар алынып ҡуйылды, иртә яҙҙан подрядчик тарафынан бер аҙ төҙөкләндереү эштәрен башҡараһы ҡалды. Бының өсөн район хакимиәте тарафынан өҫтәлмә 500 мең һум финанс ярҙамы күрһәтелде.
Ике йыл рәттән Түбәнге Ташбүкән ауылы менән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашабыҙ. 2025 йыл һөҙөмтәһе буйынса финалға сығып, 200 мең һум алыуға өлгәштек. Был аҡсаның күпселек өлөшө паркка өҫтәмә ҡоролмалар алыуға тотонолдо (балалар каруселе, тренажёр), ҡалған аҡса һыу башняһының тирә-яғын кәртәләүгә тотоноласаҡ. Быйыл еңеп, призлы урын алырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.
Үткән йылда ҙур ойошҡанлыҡ менән Ҡурғашлы ауылының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп үттек. Был сарала меңдән артыҡ кеше ҡатнашты һәм ҡырҙан килгән ҡунаҡтар билдәләүенсә, бик яҡшы кимәлдә үткәрелде. Байрамды ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға һәм ауыл халҡына, яҡташтарға ҙур рәхмәт! Был сараны финанс яҡтан ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар күтәрҙе. Байрам сиктәрендә МХО-ла һәләк булған Ҡурғашлы егеттәре Айнур Йәнешев, Данил Закиров, Линар Рәжәпов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды, сығым ауыл хакимиәте бюджетынан бүленде.
Ташбүкән ауыл биләмәһе үҫешенә булышлыҡ итеүсе Роза Кәримова етәкселегендә “Роза и Ко” ойошмаһы бик әүҙем эшләп килә. 2025 йылда мәҙәни башланғыстарҙы яҡлау конкурсында Ҡурғашлы ауыл клубы “Ауыл клубы - яңы офоҡтар” проекты менән ҡатнашты һәм сираттағы еңеүгә өлгәшеп, 670 мең һумдан ашыу грант алынды. Был аҡсаға заявкала күрһәтелгән аппаратура, костюмдар алынды. Әле тағы бер проект өҫтөндә эшләп, әгәр ҙә еңеүгә өлгәшкән осраҡта Түбәнге Ташбүкән ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелискыны яңыртасаҡбыҙ.
Ҡурғашлы мәктәбе бинаһында хаҡлы ялдағы лётчик Салауат Мөхәмәтйәнов етәкләгән “Салауат-АВИА” аэроклубы уңышлы эшләй. Йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Уҡыусылар теләп шөғөлләнә. Дельтапланда осоу эше лә даими ойошторола, был сарала бөтә райондан, тирә-яҡ ҡалаларҙан килеп ҡатнашалар. Көҙ көнө Үрге Ташбүкән ауылы эргәһендә 400 метр оҙонлоғонда осоу һыҙаты һәм ангар төҙөлдө.
Декабрҙә Түбәнге Ташбүкән ауылында кәрәҙле бәйләнеш станцияһы эшләй башланы. Әлегә Теле-2 һәм МТС операторҙары аша телефон бәйләнеше эшләй.
Ауыл биләмәһе Советы һәм хакимиәте тарафынан МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйып оҙатыу һәм һаҡ селтәрҙәр үреү ойошторолған. Әүҙем эшләүселәр булып йәмәғәт ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмалары тора.
Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм Советы эшенең төп йүнәлеше булып халыҡ мөрәжәғәттәре һәм наказдары менән эш итеү тора. Бер генә һорау һәм мөрәжәғәт тә яуапһыҙ һәм иғтибарһыҙ ҡалмай, ваҡытында хәл ителә. 2025 йылда 24 ултырышта 30 ҡарар, ауыл хакимиәте тарафынан 54 ҡарар, 32 бойороҡ ҡабул ителгән. Йыл дауамында 106 мөрәжәғәткә яуап бирелде, - тип тамамланы үҙенең сығышын биләмә башлығы Илдар Мөғәттәр улы.
Ултырышта ҡатнашыусы депутаттар бер тауыштан ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2025 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланы һәм шуның менән үҙ эшен йомғаҡланы.