Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
6 Апрель , 09:15

Йыллыҡ эшмәкәрлеккә байҡау яһалды

3 мартта район хакимиәтенең ултырыштар залында Красноусол ауыл биләмәһе советы депутаттары 2025 йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһаны. Ултырышта район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның урынбаҫарҙары, төрлө предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.

Йыллыҡ эшмәкәрлеккә байҡау яһалды
Йыллыҡ эшмәкәрлеккә байҡау яһалды

Йыйылыусылар алдында йыллыҡ эшмәкәрлек тураһындағы отчёт доклады менән ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров сығыш яһаны.
Биләмә башлығы сығышын бөгөн көн ҡаҙағында булған махсус хәрби операция темаһынан башланы.
- Красноусол ауыл биләмәһе буйынса 3256 кеше хәрби иҫәптә тора. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 21 кеше беренселәрҙән булып МХО-ға саҡырылһа, 2023 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем 115 кеше Оборона министрлығы менән килешеү нигеҙендә ил именлеге һағына баҫты. Бөгөнгө көндә яҡташтарыбыҙ Донецк, Луганск халыҡ республикалары һәм Херсон өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел. Беҙ яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең ауыр ҡайғыларын уртаҡлашып, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. 2025 йылда 34 ғаиләне утын менән тәьмин иттек, бер ғаиләгә утынлыҡ төҙөнөк, - тине Валерий Рәшит улы. – Тотош биләмә халҡы, ойошмалар, хеҙмәт коллективтары менән берлектә даими рәүештә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам туплап, алғы һыҙыҡҡа оҙатабыҙ.

Эшҡыуарлыҡ

Эшҡыуарлыҡ халыҡтың мәшғүллеге һәм биләмә ҡаҙнаһына тотороҡло һалым килеме нигеҙе, - тип дауам итте сығыш яһаусы. - Бөгөнгө көндә биләмәлә 376 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнеп, 305-е шәхси эшҡыуарҙар булһа, 71-е юридик шәхестәр. Уларҙың барыһы ла ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм биләмәнең үҫешенә үҙ өлөштәрен индерә.
Төҙөкләндереү
Махсус ҡарар менән район үҙәгендәге һәр учреждение, предприятие һәм ойошмаларға урамдар беркетелгән. Даими ойошторолған экологик өмәләр ваҡытында, бынан тыш һәр йома хеҙмәт коллективтары үҙҙәренә беркетелгән урамды таҙарта. Был эшкә шулай уҡ мәжбүри эшкә хөкөм ителеүселәр ҙә ҡушыла.
- Республика кимәлендәге төрлө экологик башланғыстар сиктәрендә лә биләмәлә күп кенә саралар үтте һәм уларҙа район хакимиәте, төрлө учреждение хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты, - тип дауам итте биләмә башлығы. - Мәҫәлән, “Йәшлек” паркында “Хәтер баҡсаһы, “Геройҙар аллеяһы” барлыҡҡа килде, Горин урамында, Көгөш йылғаһы ярында ағастар ултыртылды. Төлкәҫ һәм Полянский быуаһы ярҙары таҙартылды һәм башҡалар.
Биләмә башлығы сығышында "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы"нда даими ҡатнашыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урам тултырып йөрөгән ҡарауһыҙ малдар, эттәр мәсьәләһен дә урап үтмәне.

Юл эшмәкәрлеге

Артабан урындағы етәксе бөгөнгө көндә иң актуаль булған һәм биләмәнең социаль иҡтисади үҫешен билдәләгән юл мәсьәләһенә күсте.
- Урындағы әһәмиәткә эйә булған автомобиль юлының дөйөм оҙонлоғо 134 км тәшкил итә, шуның 41 км асфальт булһа, ҡалғаны - ҡаты ҡатламлы, - тип билдәләне докладсы. - 2025 йылда территориаль заказ иҫәбенә 18 млн һумлыҡ эштәр башҡарылды. Шул иҫәптән, Еңеү, Матросов, Леваневский урамдарына асфальт түшәлде, Коммунистик урамы юлына өлөшләтә ремонт эшләнде, Аҡташ (Белый Камень) ауылына инеү юлына ҡырсынташ түшәлде, Коммунистик урамында Төлкәҫ йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелде. Шулай уҡ ауыл биләмәһе буйынса соҡорло юлдар ремонтланды, тигеҙләнде һәм урыны-урыны менән ҡырсынташ түшәлде. Ҡышҡы айҙарҙа “Красноусол коммуналь хужалығы” ЯСЙ-е техникаһы һәм ауыл биләмәһенең ППМИ программаһы буйынса алынған өс “МТЗ-82” тракторы юлдарҙы ҡарҙан даими таҙартты. Умартасылыҡ, Аҡташ һәм Курорт ауылдарында был эшкә хеҙмәт килешеүе буйынса техникаһы булған айырым кешеләр йәлеп ителде.

Торлаҡ хужалығы

- Биләмәнең дөйөм торлаҡ фонды дөйөм майҙаны 370 мең кв.м булған 5387 йорт- хужалыҡты үҙ эсенә ала, - тип дауам итте Валерий Рәшит улы. - Шуның 4138-е шәхси йорт (дөйөм майҙаны – 232 мең кв.м) булһа, 77-һе күп фатирлы йорттар. Шулай уҡ дөйөм майҙаны 55 мең кв.м булған ике-өс фатирлы 1084 йорт иҫәпләнә.
Красноусол, Курорт һәм Заречный ауылдарына газ үткән, Умартасылыҡ совхозы һәм Аҡташ ауылдарына газ килеп етмәгән. Бөтә ауылдар ҙа һыу менән тәьмин ителгән. Ауыл биләмәһендә йорттарҙы, һыу үткәргестәрҙе техник йәһәттән хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау “Тепловодоснабжение” МУП-ы яуаплылығында.
2025 йылда республика программаһы сиктәрендә Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы фонды Карл Маркс урамындағы 8-се йорттоң ҡыйығы яңыртылып, был маҡсатҡа 6 млн һум аҡса тотонолған.
Биләмә башлығы Валерий Рәшит улы артабан ағымдағы йылда башҡарыласаҡ эштәр тураһында әйтеп үтте.
- Ағымдағы йылда юлдарҙы ремонтлау, ауыл биләмәһен төҙөкләндереү, ҡарауһыҙ йөрөгән мал-тыуар һәм хужаһыҙ эттәр мәсьәләһен хәл итеү, ғөмүмән, биләмә халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, төрлө программаларҙа ҡатнашыу, МХО-лағы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү эшебеҙҙә төп йүнәлештәр булып ҡаласаҡ, - тип тамамланы биләмә башлығы үҙенең сығышын.
Ултырыш һуңында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов докладта телгә алынған ҡайһы бер факттарға асыҡлыҡ индерҙе, хәл-торошҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Ауыл биләмәһенең 2025 йылғы эшмәкәрлеге буйынса ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, ауыл Советы депутаттары ултырышы тамамланды
Мәрхәбә Собханғолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас