-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2021, 20:15

Йәштәр өсөн - этномәҙәниәт фестивале

4-5 сентябрҙә Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында “Таңғыра” III төбәк-ара йәштәр этномәҙәниәт фестивале үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө халыҡтары телдәрендә фолк-рок башҡарыусылар ҡатнашасаҡ.  Программала концерт, этник кинолар, этномаркет күрһәтеү ҡаралған.

Йәштәр өсөн - этномәҙәниәт фестивале
Йәштәр өсөн - этномәҙәниәт фестивале

Был фестиваль тәүге тапҡыр 2019 йылда үткәрелгән, унда сәнғәттең төрлө жанрҙары киң майҙанда туплана. Сарала илдең ете төбәгенән 13 музыкаль проект тамашасы хөкөмөнә сығарылған.

2020 йылда фестиваль DRIVE-IN форматында ойошторолған: тамашасылар сараға килеп, артистарҙың сығыштарын үҙ автомобилдәрендә ултырып ҡараған.

Удмурттар аңлатыуынса, таңғыра борон тауышты алыҫ араға тапшырыу өсөн хеҙмәт иткән. Шулай төрлө ауылдарҙа йәшәүселәр бер-береһенә ҙур ваҡиғалар, мәҫәлән, үҙҙәрендә туй үтеүе хаҡында хәбәр иткән.

Ижади йәштәр өсөн уҙғарылған был фестиваль ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашыра. 

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

 

Йәштәр өсөн - этномәҙәниәт фестивале
Йәштәр өсөн - этномәҙәниәт фестивале
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: