+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2021, 10:00

Төрлө иммунитет

Коронавирус менән ауырыу һәм вакцина яһатыу был сиргә ҡарата төрлө иммунитет булдыра икән. Был хаҡта Видное клиник дауаханаһы табип-эпидемиологы Ольга Ненастина һөйләй.

Төрлө иммунитет
Төрлө иммунитет

Табип әйтеүенсә, тәбиғи иммунитет вирусты тиҙерәк һиҙеп ҡала, әммә ул үҙе тап булған штамдан ғына һаҡлай. Йәғни кеше бер төрлө штамм менән ауы-
рып алған икән, икенсе төрлөһөн дә еңел генә йоҡтора ала.
“Вакцина иһә иммунитетты вирустар өсөн дөйөм булған бөтә урындарҙы ла һаҡларға өйрәтерлек итеп ҡоролған. Шуға ла прививка яңы типтағы коронавирус-тан күпкә һөҙөмтәлерәк яҡлау булдыра”, - тигән Ненастина “РИА Новости” агентлығына.
Тағы ла бер айырма шунда: прививканан һуң антиесемдәр ауырығандан һуң була торғандан күпкә юғарыраҡ. Эпидемиолог әйтеүенсә, ауырыуҙан йонсоған тән бик күп антиесем эшләп сығара алмаҫҡа ла мөмкин, ә прививканан һуң антиесемдәр кимәле, ауырыу үткәргәндәрҙәгегә ҡарағанда, хатта ярты йыл буйы юғарыраҡ тора, ти ул.
Тағы ла бер өҫтөнлөк – тәндең вакцинаға реакцияһын алдан күҙаллап һәм күҙәтеп барырға мөмкин, ә бына ауырыуҙың кемдә нисек үтерен алдан әйтеүе үтә ҡыйын.

Төрлө иммунитет
Төрлө иммунитет
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: