-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2021, 09:05

Тимер юлсылар көнө менән!

Хөрмәтле тимер юл транспорты эшсәндәре һәм ветерандары!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Тимер  юлсылар көнө менән!
Тимер юлсылар көнө менән!

Һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда тимер юлдар айырым роль уйнай, ҡорос ептәр илебеҙҙе бергә тоташтырып тора. Бөгөн тимер юл транспорты иң хәүефһеҙ һәм ышаныслы юл йөрөү сараһы булып тороуын беҙҙең Аҡкүл станцияһы тимер юлсыларының фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте лә раҫлай. Бында матур эшсе традициялары: ҡушылған хеҙмәт өсөн юғары яуаплылыҡ, ысын илһөйәрлек, һөнәргә бирелгәнлек ҡәҙерләп һаҡлана һәм быуындан-быуынға тапшырыла килә. Йөк һәм пассажирҙар ташыуҙа тотороҡлолоҡ, хәүефһеҙлек, ышаныслылыҡ тәьмин иткән көйлө, аныҡ хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә яңы хеҙмәт еңеүҙәре, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, бөтмәҫ күңел көрлөгө, именлек теләйем. Һәр эшегеҙҙә, башланғыстарығыҙҙа тик уңыштар юлдаш булһын!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Тимер  юлсылар көнө менән!
Тимер юлсылар көнө менән!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: