+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2021, 12:15

Башҡортостан булдыра

Владимир Путин республика тураһында нимә тине

Башҡортостан булдыра
Башҡортостан булдыра

Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Силәбе өлкәһендә һәм Башҡортостанда булды.
Дәүләт Башлығы Әбйәлил районында “Ласселбергер” компаниялары төркөмөнөң “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса заводын асыуҙа ҡатнашты. Предприятиены асыу сит илдән аҡ цемент һатып алыу күләмен кәметергә һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше нөктәһен булдырырға ярҙам итәсәк. “Цемикс” эшселәре менән осрашыуҙа Владимир Путин эшселәрҙең төп көс булыуын билдәләне, был һөнәрҙең асылы үҙгәреп, хәҙер эшселәр инженер күнекмәләренә лә эйә булырға тейешлеген дә әйтте. Август аҙағында Өфөлә үтәсәк “Ворлдскиллз Рәсәй” йәш һөнәрмәндәр милли чемпионатының финалына килергә тырышасағын белдерҙе.
Ил етәксеһе менән эшлекле осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы
Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Тәүге ярты йыллыҡта сәнәғәт етештереүе күләме артыуын, уның 102,4 процент тәшкил итеүен билдәләне. Инвестицияларҙың абсолют күләме 365 млрд һум, беҙҙең маҡсатыбыҙ был һанды 650 млрд-ҡа еткереү, тине ул. Шулай уҡ төбәк етәксеһе В.Путиндан карбон полигондары үҫешендә ярҙам һораны.
Әлбиттә, осрашыуҙа коронавирусҡа бәйле хәл дә күҙ уңынан ысҡынманы. Радий Хәбиров мәкерле сир менән көрәштә ныҡлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән табиптарға оло рәхмәт белдереүен еткерҙе. Иң мөһиме - майҙан башлап үлем осраҡтары кәмеүен күҙәтәбеҙ, тине Р.Хәбиров.
Һөйләшеү барышында Президент Өфөнөң 450 йыллығын үткәреүҙә ярҙам итәсәген белдерҙе. “Мин Президентҡа сараны үткәреүҙә ярҙамына рәхмәт әйттем, тап Владимир Путин баш ҡалабыҙ юбилейына федераль әһәмиәт бирҙе. Беҙ был ваҡиға айҡанлы төҙөргә теләгән объекттар тураһында һөйләштек”, - тине Р.Хәбиров. Бынан тыш төбәк етәксеһе В.Путин менән Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тураһында ла ентекләп һөйләшкән. Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостандың “Приоритет-2030” программаһында ҡатнашыуы һәм башҡа бик күп мәсьәләләр күтәрелгән.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, дөйөм алғанда, әүҙем үҫеш кисергән республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса илдә беренсе урында, шуға күрә дәүләт башлығына башҡарған бурыстар тураһында һөйләүе оят булмаған.

Башҡортостан булдыра
Башҡортостан булдыра
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: