+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2021, 11:45

“Таҙа яр”ға етәме һуң!

13 августа Таҙалыҡ көнө сиктәрендә район биләмәһендә өмәләр уҙҙы. Унда йәнтөйәген һәм биләмәһен таҙараҡ һәм күркәмерәк итеп күргеһе килгән һәр кем ҡатнашты. Таҙалыҡҡа битараф булмаған хеҙмәт коллективтары үҙ биләмәләрен дә, шулай уҡ беркетелгән участкаларҙы ла тәртипкә килтерҙе.

“Таҙа яр”ға етәме һуң!
“Таҙа яр”ға етәме һуң!

Тап ошо көнгә “Таҙа яр” экологик акцияһы иғлан ителгәйне. Красноусол ауыл биләмәһенең төҙөкләндереү буйынса инженеры Игорь Александрович Ступников әйтеүенсә, экологик акцияға ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡушылып, Красноусолдағы Полянский быуаһы, Көгөш (Усолка) һәм Төлкәҫ йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға күп көс һалды. Элекке быяла заводы янындағы Көгөш йылғаһы аша һалынған күпер йәнәшәһендә эшләүселәр сүп-сар йыйып ҡына ҡалманы, ҡороған ағастарҙы бысты, тирә-яҡтағы үләнде сапты.

“Таҙа яр”ға етәме һуң!
“Таҙа яр”ға етәме һуң!
“Таҙа яр”ға етәме һуң!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: