-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2022, 15:55

Бурыс тураһында мәғлүмәт киләсәк

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы һалым түләүселәргә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең яңы бушлай сервисы - һалым бурысы булыуы тураһында СМС-мәғлүмәт ебәрә.

Бурыс тураһында мәғлүмәт киләсәк
Бурыс тураһында мәғлүмәт киләсәк

Һалым буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәтте СМС-хәбәр формаһында йәки электрон почта аша алырға мөмкин. Бының өсөн һалым органдарына ризалыҡ бирергә кәрәк:
«Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» («Профиль» бүлегендә) йәки «Физик берәмектәрҙең һалымдары» мобиль ҡушымтаһы аша электрон формала;
Ҡағыҙ форматында шәхсән үҙегеҙ йәки вәкил аша теләһә ҡайһы һалым органына килтерергә, почта аша заказлы хат менән ебәрергә мөмкин.
СМС-хәбәрҙәр 3 айға бер тапҡыр таратыла. Бөтә файҙалы мәғлүмәт Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының «Бурыс тураһында мәғлүмәт» махсус битендә урынлаштырылған.

Бурыс тураһында мәғлүмәт киләсәк
Бурыс тураһында мәғлүмәт киләсәк
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: