+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2022, 10:47

“Банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлап, бөтөрөү” темаһына асыҡ фекер алышыу

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы 2022 йылдың 25 авгусында 10.00 сәғәттә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй  йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең берҙәм майҙансығында (адресы: Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 2-се йортта - “Торатау” Конгресс-холының 1-се ҡаттағы ултырыштар залы) “Банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлап, бөтөрөү” темаһына асыҡ фекер алышыу уҙғара.

“Банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлап, бөтөрөү” темаһына асыҡ фекер алышыу
“Банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлап, бөтөрөү” темаһына асыҡ фекер алышыу

Сарала 2022 йылдың 7 айы йомғаҡтары буйынса һалым органдарының закондарҙы ҡулланыу практикаһы мәсьәләһе ҡараласаҡ, мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙы боҙоуҙың типик осраҡтарына аңлатма биреләсәк, һалым түләүселәрҙә килеп тыуыусы проблемалы һорауҙар ҡараласаҡ.

Һалым түләүселәрҙән сарала ҡараласаҡ һорауҙар 23 авгусҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Сарала ҡатнашыу (үҙең йәки вәкәләтле вәкилеңде ебәреп) өсөн [email protected] электрон почтаһына йәки (347)226-37-28 телефонына (бәйләнештәге кеше Гөлназ Рәшит ҡыҙы Зарипова) ойошманың исемен, һалым түләүсенең вазтифаһын, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрен күрһәтеп, алдан заявка бирергә кәрәк.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 4-се район-ара инспекцияһы.

“Банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлап, бөтөрөү” темаһына асыҡ фекер алышыу
“Банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлап, бөтөрөү” темаһына асыҡ фекер алышыу
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: