+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2023, 15:00

Ҡайттыҡ әле тыуған ергә...

Күптән түгел Ҡауарҙы ауылында “Атайсал” проекты сиктәрендә бай йөкмәткеле концерт үтте. Ауыл мәҙәниәт йортона шығырым тулы халыҡты йыйған сараны ауылдың данлыҡлы нәҫелдәренең береһе – Ҡалмырҙиндар нәҫеле ойошторҙо.

Ҡайттыҡ әле тыуған ергә...
Ҡайттыҡ әле тыуған ергә...

Концерттың тап Бөйөк Еңеү байрамы алдынан үтеүе ҡауарҙылар өсөн икеләтә байрам бүләге булды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп республиканың төрлө төбәктәренән ҡайтҡан Ҡалмырҙиндар тәүҙә ауылда уҙған Еңеү байрамы тантанаһында ҡатнашты, ауылдаштары, туған-тыумасалары менән ихлас аралашты. Сәғәте етеүгә мәҙәниәт йорто залында ултырыр урын бөткәйне ине инде. Концертты алып барыусы Гөлфира Ҡалмырҙина-Әхмәтшина тамашасыларҙы сәләмләгәндән һуң, тәүге һүҙҙе мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙинға бирҙе. Ул был концертты “Атайсал” проектының матди уңайлыҡтар ғына түгел, рухи байлыҡ сығанағы булыу мөмкинлеген дә күҙ алдында тотоп уҙғарыуҙарын, быға тиклем дә Ҡауарҙы мәктәбендә төрлө спорт саралары, мәҙәниәт йортонда Көлкө кисәләре үтеп тороуын әйтте.

Концерт Ҡалмырҙиндар нәҫеленең йөҙөк ҡашы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филүс Ҡалмырҙиндың сығышы менән башланды. Ул башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны һәм үҙе көй яҙған “Тыуған яҡҡа күптән ҡайтҡаным юҡ” йырҙарын башҡарҙы. Йырсының ағаһы Мәсетле районында табип булып эшләүсе Фәнил Ҡалмырҙин да ике йыр йырланы. Уның иҫ киткес моңло, аһәңле йырҙарын ауылдаштары тын да алмай тыңланы.

Һәр яҡтан талантлы, ижади шәхес Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы концертты йәнле һәм йәмле итеп алып барҙы, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп, үҙе лә тасуири итеп шиғырҙар уҡыны. Әйткәндәй, Гөлфирә Әхмәтшина “Йөрәк һүҙе” республика шиғриәт бәйгеһендә призлы урын, ә Стәрлетамаҡтағы “Йөрәк һүҙен”дә еңеү яулаусы ла. Ул Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, мәғариф ветераны, үҙе лә, игеҙәге Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы ла Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары.

Өфө районынан ҡайтҡан Зилә Ҡалмырҙина-Шафиҡова үҙенең шиғырын уҡыны, “Шахта көйө”, “Һағыныу” йырҙарын бүләк итте. Концертта Ҡалмырҙиндар нәҫеленең моңло һандуғастары - Зәйнәп Ҡалмырҙина һәм Раушания Дәүләтбаеваның сығыштары ла алҡыштарға күмелде. Ҡауарҙыла ғүмер итеүсе Наил Ҡалмырҙин мәшһүр йырсы Фәрит Бикбулатов репертуарынан йырҙарҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.

Йырлы-моңло нәҫелгә шулай уҡ йырлы-моңло килен-кейәүҙәр ҙә килеп ҡушылған – Ришат Ҡалмырҙиндың ҡатыны Шаран районынан килен булып төшкән Гүзәл Ҡалмырҙина, Лүзә Фәрүәз ҡыҙы Ҡалмырҙинаның тормош иптәше Фәрит Кинйәбулатовтың йырҙары кисәнең матур биҙәге булды.

Ҡалмырҙиндар араһында өҙә баҫып бейеүселәр ҙә күп икән! Заманында Мәскәүҙең ҙур сәхнәләрендә сығыш яһаған маһир бейеүсе Ришат Ҡалмырҙин “Башҡорт казактары”, татар, мари халыҡ бейеүҙәрен,  Өфө фән һәм технологиялар университетының 1-се курс студенттары, буласаҡ тәржемәселәр, игеҙәктәр Хәлиҙә һәм Фәриҙә Ҡалмырҙиналарҙың “Бөрйән ҡыҙҙары”, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 6 класс уҡыусыһы, “Байыҡ” балалар телевизион конкурсының Гран-при яулаусыһы Әлиә Хәмзинаның “Сәскә атыусы ҡурай”, гимназияның 10 класс уҡыусыһы Зилиә Әхтәмованың “Ҡоралай” бейеүҙәрен һәр кем һоҡланып ҡараны. 

Концерттың бер өлөшө быйыл иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арналыуы ғәжәп түгел, сөнки Ҡалмырҙиндар нәҫелен уҡытыусылар династияһы тип әйтергә лә була. Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флүзә Баязитова “Уҡытыусыма” шиғырын үҙенең тәүге уҡытыусыһы – исеме Ҡауарҙы урта мәктәбен йөрөтөүсе РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғариповаға арнаны. Шулай уҡ Флүзә Фәрүәз ҡыҙы “Тыуған ауылым” йырын Наил Вәлиевтың баян, Филүс Ҡалмырҙиндың ҡурай моңдарына ҡушылып башҡарҙы. Гөлфирә һәм Гөлсирә Ҡалмырҙиналар ата-әсәһе – оҙаҡ йылдар Ҡауарҙы урта мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биргән мәғариф ветерандары Раҡыя Юныс ҡыҙы һәм Хөрмәт Түләбай улының яҡты иҫтәлегенә арнап премия булдырып, уны Ҡауарҙы мәктәбенең уҡыу алдынғыһы 9 класс уҡыусыһы Камила Әбүбәкироваға тапшырып үттеләр.

Ҡалмырҙиндар нәҫеленең сая ҡыҙҙарының береһе – Рәсәй кимәлендә концерттар ойоштороусы продюсер Резеда Ҡалмырҙина концертҡа алып килгән билдәле йырсылар Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтарҙың йырҙары кисәнең баһаһын тағы ла күтәрҙе. Резеда Камил ҡыҙы афиша-баннер эшләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған.

Концертты музыкаль яҡтан район мәҙәниәт һарайы баянсыһы Наил Вәлиев һәм Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Юлай Аҙнағолов биҙәне. Сәхнәнән дәртле көйҙәр яңғырағанда тамашалар залы дискотека, йә иһә милли уйынға йыйылған йәштәр бейеүен хәтерләтте.

Тамашасыларҙы берсә моңландырып, берсә дәртләндереп йыр-моң даръяһында йөҙҙөргән концерт Кәбир Аҡбашев һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани ижад иткән “Тыуған ауылым Ҡауарҙы” йыры менән тамамланды. Күркәм сараның йолаға әйләнеүен, башланған эштең дауамлы булыуын теләп, Ҡалмырҙиндар эстафетаны Ҡауарҙының шулай уҡ күп һанлы нәҫеле – Әбелғужиндарға тапшырҙы. Тимәк, нәҫелдәр йолаһы дауам итер, халыҡ ынйылары ауылдаштарын тағы ла һөйөндөрөр әле!

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

 

 

Ҡайттыҡ әле тыуған ергә...
Ҡайттыҡ әле тыуған ергә...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: