+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 10:45

Бөгөн Өфөлә “Китап байрамы” башланды

Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй төбәктәре, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә “Китап байрамы” башланды
Бөгөн Өфөлә “Китап байрамы” башланды

Фестиваль Совет майҙанында, Совет Һәм Пушкин урамдары буйлап үтә. Совет майҙанында психология буйынса тематик әҙәбиәт менән бер рәттән ваҡытлы әҙәбиәт, моделле китапханалар, кулинар китаптар, ғаилә консультациялары зоналары асыла. Һәр береһендә оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, консультациялар ойошторола.

 Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — “Кеше яҙмышы”, “Өс таған”, “Ал елкәндәр” буйынса нәфис фильмдар күрһәтелә. Сара барышында конкурстар, хәйриә акциялары, һирәк китаптар күргәҙмәләре ойошторола.Саралар иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт 10-ға тиклем бара. Программа менән kitap-bayram.ru сайтында танышырға мөмкин.

Бөгөн Өфөлә “Китап байрамы” башланды
Бөгөн Өфөлә “Китап байрамы” башланды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в