+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 17:30

Башҡортостанда туризм өлкәһенең киләсәге өмөтлө

Башҡортостанда туризмға рекордлы 1,5 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышында төбәк хөкүмәтенең йыллыҡ отчетында премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.

Башҡортостанда туризм өлкәһенең киләсәге өмөтлө
Башҡортостанда туризм өлкәһенең киләсәге өмөтлө

- Республикабыҙ тәбиғәтенең матурлығы, уникаль биләмәләр һәм халыҡтың ҡунаҡсыллығы туризмдың әүҙем үҫешенә сәбәпсе. Был маҡсатҡа ике йыл эсендә рекордлы күләмдә – 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Былтыр туристар ағымы 14 проценттан ашыуға артҡан 2,2 миллион сәйәхәт теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта өс йыл элек ни бары 5 глэмпинг булһа, бөгөн улар – 100 - ҙән ашыу, - тип һөйләне Андрей Назаров.

Башҡортостанда "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проекты Беларусь һәм Абхазия индерелде. Унда 35 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Төбәк ярҙамы күләме 100 миллион һумдан ашып китте. Быйыл проекттың Халыҡ-ара ҡушымтаһы Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға киңәйтеләсәк.

Ике йыл эсендә Мәктәп туризмы программаһына 50 меңдән ашыу бала йәлеп ителгән, Рәсәйҙең һәр бишенсе ҡатнашыусыһы – Башҡортостандан.

Ғафури районының туристик потенциалы ла бай. Районда 6 эшҡыуар туристик хеҙмәттәр күрһәтә: улар- йылға буйлап ағып төшөүҙәр, экскурсиялар, сап-бордтарҙа, ат менән йөрөү. 2023 йылда 2 участка категорияһын махсус һаҡланған территорияларға күсереү буйынса эштәр тамамланды (Юрмаш һәм Таш-Аҫты ауылдары янында). Шуға бәйле 2024 йылда тағы ла кәм тигәндә 5 проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Ғафури районынан 5,67 миллион һумлыҡ 3 ғариза туристик индустрия субъекттарына республика гранттарын биреү буйынса конкурстарҙа еңеүселәр иҫәбендә:
Модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыу буйынса инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә федераль конкурс һөҙөмтәләре буйынса 43 миллион һумдан ашыу суммаға «Липа да Ива», «Һарыташ» глэмпингтары, «Табын» һәм «Марвай» турбазалары еңеүсе булды.

Районда туризмдың үҫеше шулай уҡ күп йәһәттән Торатау геопаркының үҫеше менән бәйле. 2024 йылда Усолка йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү һәм Курорт ауылы биләмәһендә һәм Таш-Аҫты ауылы янында визит-үҙәктәр булдырыу буйынса эштәр планлаштырыла.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә үткән туризм буйынса кәңәшмә район хакимиәте етәкселегенең был өлкәне һәр яҡлап үҫтереү буйынса пландарын раҫланы.

Башҡортостанда туризм өлкәһенең киләсәге өмөтлө
Башҡортостанда туризм өлкәһенең киләсәге өмөтлө
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: