+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь , 16:45

Районда – вакансиялар йәрминкәһе

Ошо йома, 28 июндә, Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында «Проффест. Работа России. Время возможностей» Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы уҙа. Беҙҙең районда ул 28 июндә Красноусол район мәҙәниәт һарайында иртәнге сәғәт 10-дан 12.00 сәғәткә тиклем үтәсәк.

Районда –  вакансиялар йәрминкәһе
Районда – вакансиялар йәрминкәһе

Ғафури районы вакансиялар йәрминкәһендә район иҡтисадының төрлө тармаҡтары проедприятиелары ҡатнаша: халыҡтың киң ҡатламы өсөн ҙур һорау менән файҙаланылған вакансиялар тәҡдим ителәсәк. Эш эҙләүселәр йәмәғәт туҡланыуы, етештереү, хеҙмәт күрһәтеү кеүек кәрәкле һөнәрҙәр буйынса эш таба аласаҡ. Аҡса эшләп алырға теләгән үҫмерҙәрҙән алып, эшһеҙ өлкәндәргә тиклем унда килә ала.

2024 йыл Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Шуға бәйле, ПРОФФЕСТ саралары араһында тәүге тапҡыр Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең мәшғүллеге мәсьәләһе лә күтәреләсәк.

Районда –  вакансиялар йәрминкәһе
Районда – вакансиялар йәрминкәһе
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: