Ул Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан боронғо, ғорур шихан тауы! Уның үренә менер өсөн махсус баҫҡыстар эшләнгән, тип ишеткәндән һуң күргәнебеҙ юҡ ине. Ысынлап та, Торатау ныҡ үҙгәргән, сибәрләнгән. Сәйәхәтселәрҙе “Күрегеҙ, бына мин ниндәй!» - тип әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Ысынлап та, бөгөн Торатау ҡараулы, ҡурсаулы! Машиналарға туҡтау урыны, тауға үрләрҙән алда тамаҡ ялғап, ял итеп алыр өсөн беседкалар эшләнгән. Унан арыраҡ ҡурай таждары формаһында ете тирмә ҡуйылған. Тирмәләрҙең береһендә Башҡорт кафеһы. Унда сәйәхәтселәрҙе милли ризыҡтар, бишбармаҡ, былау, бәлештәр, үләндәр ҡушылған һөтлө сәй менән һыйлайҙар. Беҙ инде һәр беребеҙ үҙебеҙ менән алған һыйҙарҙы сығарып табын йыйҙыҡ та тауға күтәрелер өсөн көс булһын, тип башта тамаҡ туйҙырып алдыҡ.
Төркөмөбөҙҙән бер нисәүебеҙгә 72 һәм унан да күберәк йәш булыуға ҡарамаҫтан, һис икеләнеүһеҙ ғәжәйеп матур баҫҡыстар буйлап Торатауға мендек. Тау башынан тирә-яҡ матурлығына, аҫта көҙгөләй ялтырап ятҡан Туғарсалған күленә, Торатау итәгендәге болонда һыбайлыларҙың теҙелешеп йөрөүҙәренә, мал көтөүҙәренә ҡарап һоҡландыҡ. Иҫ китмәле күренеш! Быны үҙең барып ҡарау, үҙ күҙҙәрең менән күреү кәрәк. Күңелебеҙҙәге урғылып торған шатлыҡты тыя алмайынса Торатау менән уртаҡлаштыҡ, Башҡортостаныбыҙ халҡына именлек, татыулыҡ, еребеҙҙе тыныслыҡ урынлашып, махсус операцияла йөрөгән уландарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар ҡылдыҡ.
Торатауға менгән юл буйында ла , тау башында ла бик күп сәскәләр, хатта беҙ ғүмерҙә лә күреп танымаған үләндәр, емештәре бешкән төрлө ҡыуаҡтар үҫә. Тәбиғәттең әкиәти үҙматурлығы һаҡланған бында. Иҫтәлеккә фотоларға төштөк, ошо хозурлыҡты үҙебеҙҙең күңелдәребеҙгә тултырҙыҡ. Юғарыла, Торатау башында һулар һауа ла сафыраҡ тойолдо. Матур баҫҡыстарҙантүбән төшөүе үҙе бер кинәнес булды. Уңайлы тау юлында ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа күп осраны, хатта йәш балаһын ҡосаҡлаған әсәләр ҙә бар. Уларҙың һәр береһе тыуған төйөгебеҙҙең матур, иҫтәлекле урындарын күреп, һоҡланырға тип килгән.
Тауҙан төшкәс Башҡорт кафеһына кереп милли ризыҡтар менән һыйланып, күңел кисерештәрен уртаҡлашып, районыбыҙ экскурсиялар өсөн махсус алған матур “Газель” автобусына ултырып, ҡайтыр юлға ҡарай юлландыҡ.
Сәйәхәтебеҙ барыбыҙға ла ифрат оҡшаны. Оло йәштәгеләргә республикабыҙ буйлап сәйәхәт итеү, матур, иҫтәлекле урындар менән танышыу мөмкинлеге биргән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты өсөн Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировҡа һәм Ғафури районы етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолдо. Ошо социаль әһәмиәтле проект арҡаһында пенсионерҙар тыуған республика буйлап бушлай бер көнлөк турнеға сыға ала. "Пенсияға сыҡҡанда ла өлкән быуын вәкилдәренең әүҙем, ҡыҙыҡлы, бай йәшәүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ уларға ҡыҙыҡлы һәм уникаль республикабыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ, - тип үҙ ҡарарын аңлатты төбәк Башлығы. - Йыш ҡына кеше тыуған һәм ғүмер буйы бер районда эшләгән кеүек була. Башҡа төбәктәргә командировкаларға һәм ял итергә бара, Ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәй. Мин быны ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләйем. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар күп. Шуға күрә беҙ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһын дауам итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ. Проекттың төп маҡсаты - башҡорт тәбиғәте, уның күп һанлы матурлыҡтары менән танышыу. Пенсионерҙарҙың сәләмәт һәм әүҙем ғүмер оҙайлығын арттырыу, уларҙы сәйәхәткә йәлеп итеү һәм, әлбиттә, эске туризмды үҫтереү ҙә мөһим.
Артабан да районыбыҙҙың хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары өйҙә генә ултырмаҫ, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса төрлө матур урындарҙы күреп йөрөр тигән ышаныстамын. Улар оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан әле лә әүҙемдәр.Мәҫәлән, махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташ яугирҙарға ярҙам итеп беҙҙең Ватан ауылынан ғына 65 һаҡселтәр үреп, гуманитар ярҙам менән ебәрҙек. Һаҡселтәр үреү менән башҡа ауылдарҙа ла ололар әүҙем шөғөлләнә. Посылкалар йыйыуҙа ла ихлас ҡатнашалар.
Беҙ сәйәхәткә ҡуҙғалғанда ямғыр яуып тора ине. Торатауҙа йөрөгәндә ямғыр туҡтап, баш осонда ҡояш йылмайҙы. Ә инде ҡайтып килгәндә автобусыбыҙ тәҙрәләрен йәнә ямғыр йыуҙы. Бына бит Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте. Ул да беҙҙең сәйәхәтебеҙҙе хуплап, матур көн бүләк итте.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә.
ТОРАТАУ
Торатауҙың баштарына
Аҡ болоттар һарылған.
Әллә тауым ҡупшыланып,
Аҡ бүрек кейеп алған?
Торатауым күкрәгенән
Ҡурай моңо ағыла.
Ырыу-ырыу башҡорттарҙың
Сал тарихы сағыла.
Баҫҡыстарын һанай-һанай
Торатауға үрләнек.
Уңайлыҡ тыуҙырғандарға
Изге теләк теләнек.
Ете йөҙ ҙә һикһән ете
Торатауҙың баҫҡысы.
Шихандарға йәшеренгән
Боронғолоҡ асҡысы.
Торатауҙың баҫҡыстарын
Кемдәр эшләгән икән?
Башҡортостан егеттәре
Бигерәк оҫта икән.
Торатау баҫҡыстарына
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Ҡайҙан ғына эҙләһәң дә
Сағыштырыр ише юҡ.
Торатауҙың итәгендә
Ете тирмә төҙөлгән.
Тирмәләге өҫтәлдәргә
Милли ризыҡ теҙелгән.
Башҡортостан Рәсәйемдең
Иң сағыу бер биҙәге.
Әллә әкиәт илеме,
Әллә ожмах ерҙәге?
Торатау ныҡ матурланған,
Кәләш көткән кейәүҙәй.
Бер күреүҙә һине арбап
Тағы килергә әйҙәй.
Аңлатып бөтөрлөк түгел
Күңел кисерештәрен.
Торатау башынан күргән
Матур күренештәрен.
Үҙегеҙ килеп күрегеҙ
Милли Торатау илен.
Башҡортостан – ожмах иле,
Мәңгегә булһын имен.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә.