-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2024, 14:35

“Башҡорт аты " фестивалендә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһе тикшереләсәк

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк.

“Башҡорт аты " фестивалендә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһе тикшереләсәк
“Башҡорт аты " фестивалендә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһе тикшереләсәк

15-16 августа Баймаҡ районының Граф Күлендә үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл ойоштора.

Фекер алышыуҙа Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре башҡорттары ҡоролтайҙары делегацияларының, Рәсәйҙең туғандаш төрки халыҡтары ғалимдарының һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды ҡарамағындағы “Ирәндек” эксперт комиссияһы рәйесе, “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты  коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры урынбаҫары Әкрәм Хөсәйенов “Башҡорт тоҡомло аттарҙың хәҙерге торошо һәм тоҡомло аттарҙы иҫәпкә алыу проблемалары" темаһына доклад менән сығыш яһаясаҡ

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ираида Әхәтова башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын камиллаштырыу проблемалары хаҡында һөйләйәсәк.

Шулай уҡ ошонда уҡ Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабының исем туйы була. Сараны башҡорттарға һәм башҡорт атына арналған картиналары менән Силәбенән Михаил Воронов-Кушаковскийҙың  күргәҙмәһе биҙәйәсәк.

Фото: Александр Данилов.

“Башҡорт аты " фестивалендә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһе тикшереләсәк
“Башҡорт аты " фестивалендә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһе тикшереләсәк
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: