- Руся Рәсәй көнөндә тыуған, шуға күрә ошондай исем йөрөтә. Уның төҫө алма-сыбар. Мин бала саҡтан уҡ шундай ат тураһында хыяллана инем. Уны күргәс тә, хужаларына инеп, һатыуҙарын һораным. Тик улар риза булманы. Кәйефем төштө, әммә күңелем ниндәйҙер өмөт менән тулы ине. Һәм шулай булды ла: күпмелер ваҡыттан һуң миңә һаттылар. Хәҙер Русяға 8 йәш. Ул көслө, сабыр, аҡыллы һәм бик тоғро. Беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлайбыҙ. Шуға күрә «Ылаҡ» уйынында берҙәм эшләйбеҙ, - ти Вилнур.
Әйткәндәй, былтыр үткән “Башҡорт аты”нда ситтән килгән делегацияларҙың береһе Вилнурға Русяны үҙҙәренә һатырға тәҡдим иткән. 500 мең һумға өгөтләгәндәр, әммә хужа был тәҡдимде ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡҡан. «Дуҫтар һатылмай», - ти Вилнур.