-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2024, 13:55

Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!

2024 йылда Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы тарафынан “Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!” халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы социаль реклама йәштәр конкурсы ойошторола.

Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!
Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!

Конкурста ҡатнашыуға 14-25 йәшлек йәштәр саҡырыла, уларға “Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!” конкурсына эштәр әҙерләргә, уларҙа коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында үҙ идеяларын һәм ҡараштарын, шулай уҡ был йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ролен һәм әһәмиәтен сағылдырға тәҡдим ителә.

 Конкурс өс йәш төркөмөндә (10-15 йәш, 16-20 йәш, 21-25 йәш) “Иң яҡшы плакат”, “Иң яҡшы һүрәт” һәм “Иң яҡшы видеоролик” номинациялары буйынса уҙғарыла.

Конкурс эштәре конкурс сайтында - www.anticorruption.life 2024 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм эштәрҙе баһалау критерийҙары конкурсы сайтында (www.anticorruption.life) урынлаштырылған.

 

Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!
Беҙ бергә - коррупцияға ҡаршы!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: