-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь , 14:10

Стәрлетамаҡтан контракт хеҙмәте өсөн түләү ике тапҡырға арттырылды

Стәрлетамаҡтан контракт хеҙмәте өсөн түләү ике тапҡырға арттырылды: хәҙер ул — 400 мең һум. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта бер тапҡыр бирелә торған аҡсаның суммаһы 1 миллион 720 мең һум тәшкил итә.

Стәрлетамаҡтан контракт хеҙмәте өсөн түләү ике тапҡырға арттырылды
Стәрлетамаҡтан контракт хеҙмәте өсөн түләү ике тапҡырға арттырылды

Рәсәй президенты указына ярашлы, Рәсәйҙең оборона министрлығы менән контракт төҙөгән граждандарға бер тапҡыр 400 мең һум түләнә. Федераль аҡсанан тыш, Башҡортостанда йәшәүселәргә — 505 мең һум, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. «СтерлитамакВодоКанал» предприятиеһына рәсми эшкә урынлашҡан осраҡта хәрби — 200 мең, Ҡала мәҙәниәт һарайына эшкә төшкәндә 205 мең һум аҡса алырға мөмкин. Вакантлы урындар аҙ.

Ватан һаҡсыларына айына 210 мең һумдан ашыу эш хаҡы түләнә. Дошман техникаһын алып ҡасҡан һәм юҡ иткән өсөн өҫтәмә түләү бар. Республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы эшләй: шифаханаға бушлай юлламалар, һалымдарҙан азат итеү, баҙар хаҡынан түбәнерәк фатирҙар, балалар өсөн бушлай туҡланыу һәм башҡалар. Яугирҙәр хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың барлыҡ льготалары менән файҙалана.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, түләүҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум (эш хаҡын иҫәпкә алып) була. Башҡортостандан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында уҡығыҙ йәки +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратып белешегеҙ.

Стәрлетамаҡтан контракт хеҙмәте өсөн түләү ике тапҡырға арттырылды
Стәрлетамаҡтан контракт хеҙмәте өсөн түләү ике тапҡырға арттырылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: