-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь , 16:15

Ноябрҙә пенсиялар, түләүҙәр алдараҡ бирелә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан республикала почта ойошмалары аша пенсиялар алдараҡ – 1 һәм 2 ноябрҙә таратыласаҡ (ял һәм байрам көнө булып торған 3 һәм 4 ноябрь өсөн). Артабан улар билдәләнгән графикка ярашлы илтеләсәк.

Ноябрҙә пенсиялар, түләүҙәр алдараҡ бирелә
Ноябрҙә пенсиялар, түләүҙәр алдараҡ бирелә

“Рәсәй Социаль фондының БР буйынса бүлексәһе балаларға октябрь өсөн пособиеларҙы ла ваҡытынан алдараҡ күсерәсәк. Сөнки берҙәм илтеү көнө (3 ноябрь) ялға тура килә”, - тип асыҡлыҡ индерҙе Бүлексә идарасыһы Фәнил Вахитов.

Аҡсаны банк иҫәбенә алыусы ата-әсәләргә 2 ноябрҙә бына ниндәй түләүҙәр киләсәк: 17 йәшкә тиклемге балаларға берҙәм пособие һәм йөклө ҡатындарға түләүҙәр; эшләмәгән ата-әсәләргә 1,5 йәшкә тиклем баланы ҡарау буйынса пособие; 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға түләү; призыв буйынса хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәрҙең балаларына түләү.

Берҙәм илтеү көнөндә ҡулаҡсаһыҙ бирелеүсе түләүҙәр күсерелә. “Рәсәй Почтаһы” аша пособие алыусыларға ул, почта бүлексәһенең эш графигына ярашлы, айҙың 1-енән 25-енә тиклем илтелә.

Халыҡты социаль яҡлау бүлектәре иһә балаларға төбәк пособиеларын үҙ графигы буйынса илтә, ул СФР түләүҙәренән айырыла.

Ноябрҙә пенсиялар, түләүҙәр алдараҡ бирелә
Ноябрҙә пенсиялар, түләүҙәр алдараҡ бирелә
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: