Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов күләмле сарала күтәрелгән төп темаларҙы билдәләне. -Башҡорт халҡының рухи культураһын һаҡлау, үҫтереү, туған телен өйрәнеү, республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы, - тине Венер Фәнир улы.
VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты райондашыбыҙ, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, журналист, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары Ниязбай Булатбай улы Сәлимов та үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
-Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттарының VI съезында ҡатнашып, бик йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны. Ул, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙың төп шарты - ошо телдә ғаиләлә һөйләшеү, тип билдәләне. Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш? Ул уҡымышлы, уңған, айыҡ аҡыллы, замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш, тигән фекерен дә делегаттар йылы ҡабул итте. Башҡорттар борон-борондан Ватанды һаҡлауҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Ата-бабаларҙың аманатына бөгөнгө ир-егеттәребеҙ тоғролоҡ - улар махсус хәрби операцияла батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы яңыраҡ 10 октябрҙе Ҡурай көнө тип иғлан иткәйне. Ҡоролтайҙа иһә делегаттарҙы тағы бер яңылыҡ менән һөйөндөрҙө - атаҡлы балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә - 21 декабрҙә Бейеү көнөн билдәләй башлаясаҡбыҙ!
Ҡыҫҡаһы, сираттағы съезд бик эшлекле һәм юғары кимәлдә үтте.