+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
25 Декабрь 2024, 06:00

Республикала “Янғынға ҡаршы айырыуса режим” башлана

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2024 йылдың 16 декабрендәге 1495-р һанлы бойороғона ярашлы, 2024 йылдың 27 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем республикала янғынға ҡаршы айырыуса режим индерелә, уға ярашлы урындағы үҙидара органдарына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса түбәндәге саралар комплексын бойомға ашырырға кәрәк:

Республикала “Янғынға ҡаршы айырыуса режим” башланаРеспубликала “Янғынға ҡаршы айырыуса режим” башлана
Республикала “Янғынға ҡаршы айырыуса режим” башлана

- кешеләр ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, янғын хәүефһеҙлеге талаптары боҙолған объекттарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәреү, шул иҫәптән асыҡ ут (факел, шәмдәр һ.б.), фейерверк һәм башҡа утлы эффекттар ҡулланыуҙы тыйырға;

- кешеләр күпләп йыйыла торған объекттарҙа янғынға ҡаршы пландан тыш инструктаждар, янғын һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыу осраҡтарында эвакуациялау буйынса тренировкалар үткәрергә;

- кешеләр күпләп ҡатнашҡан яңы йыл һәм раштыуа байрамдары уҙғарылған барлыҡ объекттарҙа һәм урындарҙа яуаплы вазифалы кешеләрҙең дежурлығын ойошторорға;

- яңы йыл һәм раштыуа байрамдары осорона кешеләр, айырыуса хәрәкәтһеҙ һәм насар хәрәкәтләнеүсе кешеләр тәүлек әйләнәһенә була торған объекттарҙа янғынға ҡаршы режимды көсәйтеү сараһы күрергә, шул иҫәптән дежур персоналдың смена иҫәбен арттырыу һәм дежурлыҡ итеүгә контролде көсәйтеү юлы менән;

-тораҡ пункттарға, биналарға һәм ҡоролмаларғы, янғын гидранттарына һәм һыу ятҡылыҡтарына килеү урындарын, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы тәьмин итергә;

- яңы йыл шыршылары иллюминацияһы сифатында янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлылыҡ сертификаттары булған әйберҙәр ҡулланырға; өҙлөкһөҙ технологик процесс менән бәйле булмаһа, утлы һәм башҡа янғын хәүефе булған эштәр башҡарыуҙы тыйырға;

- махсус йыһазландырылған урындарҙан башҡа ерҙә асыҡ ут тоҡандырыуҙы тыйырға, шул иҫәптән ашарға әҙерләү өсөн дә;

- урындағы үҙидара органдарына пиротехник әйберҙәр ҡулланыу (фейерверк, салют осороу) өсөн, биналар һәм ҡоролмаларҙан хәүефһеҙ арауыҡ тәьмин ителеүен иҫәпкә алып, махсус урындар (майҙансыҡтар) билдәләргә һәм уларҙың ҡайҙа урынлашҡанын халыҡҡа еткерергә. Был майҙансыҡтарҙы пиротехник әйберҙәрҙе хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләре яҙылған  мәғлүмәт стендтары менән йыһазларға;

- янғынға ҡаршы айырыуса режим ғәмәлдә булған осорҙа махсус майҙансыҡтарҙан башҡа урындарҙа 1-3 класс хәүефле пиротехник әйберҙәрҙе ҡулланыуҙы тыйыу индерергә.

Янғынға ҡаршы айырыуса режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре күҙәтелмәһә, административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйеплеләр Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында РФ кодексының 20.4-се статьяһы 2-се өлөшөнә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла: граждандарға – 10 мең һумдан 20 меңгә; вазифалы кешеләргә – 30 меңдән 60 мең һумға тиклем; юридик берәмек ойоштормайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыусы кешеләргә – 60 меңдән 80 меңгә тиклем; юридик берәмектәргә – 400 меңдән 800 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы ла бар.

Бәләкәй генә ут сығыу билдәһен күреп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән янғын хеҙмәтенең берҙәм телефондары: “101”, “01”, “112” (барлыҡ кәрәҙле бәйләнеш операторҙары өсөн) - буйынса Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, кешеләрҙе эвакуациялй һәм ҡул аҫтындағы саралар менән утты һүндерә башлағыҙ. Бөтә был талаптарҙы үтәп, һеҙ үҙегеҙгә яҡшы кәйеф һәм күңелле байрам тәьмин итерһегеҙ. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәгеҙ! Онотмағыҙ, Үҙегеҙҙең ғүмерҙең, һаулыҡтың һәм мөлкәттең именлеге бары тик Үҙегеҙҙең ҡулда!

Илшат САТТАРОВ,

Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы.

Республикала “Янғынға ҡаршы айырыуса режим” башлана
Республикала “Янғынға ҡаршы айырыуса режим” башлана
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас