+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2025, 13:20

Яңы йыл төнөндә травмпунктҡа дүрт бала мөрәжәғәт иткән

Яңы йыл төнөндә травматология пунктына ҡазаланған дүрт баланы алып килгәндәр...    

Яңы йыл төнөндә Республика балалар клиник дауаханаһының балалар травматология пунктына дүрт бала килтерелгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Икәүһе санала шыуғанда имгәнгән, берәүһе баҫҡыстан ҡолаған. Табиптар һынған аяҡҡа гипс һалған.

Тағы бер пациент - петарда шартлауынан зыян күргән 11 йәшлек ҡыҙ. Республика балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү-диагностика бүлегендә уны нейрохирург, оториноларинголог, яңаҡ-бит хирургы һәм педиатр ҡарағас, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына ебәргәндәр.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас