Был фотоконкурсҡа ла төркөмөбөҙ дуҫтары әүҙем ҡушылды: барлығы 12 конкурсант бәйге тотто. Ә улар иһә берәр фото ебәреү менән сикләнмәне. Килгән фотоларға ҡарап, тыуған яғыбыҙҙың ниндәй матур икәненә бер һоҡланһаҡ, һәр миҙгелдә лә ниндәйҙер эш-шөғөл тапҡан райондаштарыбыҙға икенсе һоҡландыҡ, илаһи тәбиғәт күренештәрен, матур кешеләрҙе, балаларҙы, ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе фотоһүрәткә эләктереп ҡала белгән кешеләргә йәнә бер хайран ҡалдыҡ.
Бәйге булғас, мотлаҡ еңеүсеһе лә була (ә еңелеүселәр бында булманы тип ышаныслы әйтәбеҙ!). Үҙ көйәрмәндәре ярҙамында иң күп (352 – 20 %) тыуышты Ҡурғашлы ауылынан Гөлназ Суфиянова йыйҙы. Вәғәҙә ителгән төп бүләк уға тапшырылды.
Гөлназ менән бер-береһен уҙа-уҙа килеп, тауыш биреү мәленә Мәндемдән Гөлнара Аҡҡолова 2-се урында туҡталды – 309 тауыш (17 %)!
Бәләкәй Үтәш ауылынан 229 тауыш (13 %) йыйған Әлфиә Рафиҡова 3-сө урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәребеҙҙең өсөһөнә лә Дипломдар, 2-3-сө урындарға татлы приздар әҙерләгәйнек.
Бөгөнгө осрашыуға Г.Суфиянова менән Г.Аҡҡолова килде. Улар икеһе лә үҙ ауылдарында мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләйҙәр. Заман талаптарына яраҡлашып, бәләкәй генә ауылдарында мәҙәни тормошто һүрелтмәй йәшәтергә, халыҡтың буш ваҡытын, ялын файҙалы итеп ойошторорға тырышалар. Бына ошондай конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулау ҙа – уларҙың халыҡ менән бергә эшләүенең күрһәткесе тиергә була.
Еңеүселәребеҙҙе лә, барлыҡ ҡатнашыусыларыбыҙҙы һәм тауыш биреүселәрҙе лә ҡотлайбыҙ! Киләһе конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашырығыҙға ышанабыҙ!