Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 15:30

Ғинуарҙа Байбулдиндар ғаиләһендә етенсе малай тыуған!

Бер ғаиләлә ете ул үҫә Ғаиләлә  малай тыуыуы элек-электән оло ваҡиға һаналған. Ул – зат фамилияһын дауам итеүсе, ғаиләлә оло ярҙамсы, таяныс, төп өй нигеҙен һаҡлаусы тип иҫәпләнгән. Бына  ғинуарҙа Сәйетбаба ауылының данын арттырып, Байбулдиндар ғаиләһенә ҡыуаныс килтереп етенсе улдары донъяға ауаз һалған.

Ғинуарҙа Байбулдиндар ғаиләһендә етенсе малай тыуған!
Ғинуарҙа Байбулдиндар ғаиләһендә етенсе малай тыуған!

Сәйетбаба ауыл биләмәһе сәхифәһендә: “Ауылыбыҙҙа шатлыҡлы ваҡиға, ауылыбыҙҙа алты малайға ғүмер биреп, матур донъя көтөп ятыусы Алик һәм Светлана Байбулдиндар етенсегә малай алып ҡайттылар! Сабый ағаларына иш, ата-әсәһенә терәк булып, ғаилә йылыһында, атай-әсәй ҡурсаулығында, тәүфиҡлы, ғүмерле, һау-сәләмәт булып үҫһен! Хеҙмәттәшебеҙ Светлана һәм Алик Байбулдиндарҙы ауыл хакимиәте һәм ауыл биләмәһе халҡы исеменән ихлас ҡотлайбыҙ!”, - тигән һөйөнөслө яңылыҡты уҡығас, ғаилә башлығы менән бәйләнешкә сығып, үҙебеҙҙең ҡотлау һүҙҙәребеҙҙе лә еткерҙек.

Уңған килен ул табыр, тигәндәр. Әсәйҙәрҙең таянысы, ҡыуанысы ул - улдар. Ә атайҙарҙың күбеһе малай теләй. Ирлек ғорурлығы, атайлыҡ өлгөһө - уллы булыу. Светлана һәм Алик Байбулдиндарҙың иң оло улдары Илшат. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп профилле лицей-техникумда механик-водитель һөнәрен үҙләштерә. Ришат 9-сы кластан һуң машина ремонтлауҙа атаһына ярҙам итеп, әлегә тәжрибә туплай. Рифат Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се, Илфат – 5-се, Илдус 3-сө класында уҡып йөрөйҙәр. Өс йәшлек Сыңғыҙ балалар баҡсаһына йөрөй, хәҙер ул да ағай булып, иңенә яуаплылыҡ алып өйрәнә.

Бөгөнгө йәштәрҙең заман ауырлыҡтарына бирешмәй, күңелдәре ҡушҡан шөғөлгә тотоноп, ишле балалар үҫтереп, донъя көтөргә тырышыуы һоҡландыра. Сабый тауышы сыҡҡан йортҡа ҡот  ҡуныр, бәрәкәт артыр тигән боронғолар. Эйе, атай-әсәй иңенә яуаплылыҡ, мәшәҡәт өҫтәһә лә, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Уландарығыҙ уңыштары менән ҡыуандырһын,  һөйөндөрөп кенә торһондар!

Байбулдиндар әлегә бәпескә исем ҡушмағандар, бәлки, һеҙ ҙә матур, күркәм исем тәҡдим итерһегеҙ!?

Ғинуарҙа Байбулдиндар ғаиләһендә етенсе малай тыуған!
Ғинуарҙа Байбулдиндар ғаиләһендә етенсе малай тыуған!
Ғинуарҙа Байбулдиндар ғаиләһендә етенсе малай тыуған!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: