+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 09:45

Быйма кейеп футбол уйнанылар

Сатлама һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан Түбәнге Ташбүкән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар командаһы "Айыҡ ауыл-25" республика конкурсы сиктәрендә Ауырғазы районының Исмәғил ауылына барып, быйма кейеп футбол уйнап ҡайтты.

Быйма кейеп футбол уйнаныларБыйма кейеп футбол уйнанылар
Быйма кейеп футбол уйнанылар

-Ҡунаҡ ашы-ҡара-ҡаршы тигәндәй, ошо уҡ конкурста ҡатнашыусы Исмәғәл ауылы командаһы ауылыбыҙҙа үткән Ҡышҡы уйындар"ға килгәйне һәм бына ошо көндәрҙә улар үҙҙәренә беҙҙе саҡырҙы, - команданың етәксеһе Роза Кәримова.- Бик бик матур итеп ҡаршы алдылар, башта концерт ҡараныҡ. Үҙебеҙ ҙә музыкаль сәләм алып барғайныҡ. Унан инде мәктәп янындағы майҙанда быйма кейеп футбол уйнаныҡ. Беҙҙән тыш ярышҡа Ҡырмыҫҡалы районы командаһы ла килгәйне.
Билдәле булыуынса, Ауырғазы районында бындай ярыш тәүләп ойошторолмай, йыш-йыш ҡына интернет селтәрендә әле был, әле теге ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында ҡышҡы футбол ярышы үтеүе тураһында яҙалар. Ә бына районыбыҙҙа футболды ир-егеттәр генә уйнай. Бер генә ауылда ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың быйма кейеп футбол уйнағанын ишеткән юҡтыр. Хәйер, хәтерем яңылышмаһа Юлыҡта ҡатын-ҡыҙҙар бер йылды быйма кейеп хоккей уйнаны булһа кәрәк.
Шулай ҙа тәүге тапҡыр, өҫтәүенә тынды ҡурырҙай һыуыҡта һәм быймала, футбол уйнауҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡыҙҙар иң көслө һәм тәжрибәле булған ауырғазыларҙан еңелмәне, ә бына тәүге уйында был команданан еңелгән Ҡырмыҫҡалар осраҡлыҡ менән генә ташбүкәндәр ҡапҡаһына бер гол индергән. Дөрөҫөрәге, ҡапҡа һаҡсыһы Гөлназ Суфиянова кире ҡаҡҡан туп ҡаршы команданан берәүҙең аяғына ҡаҡлығып, кире ҡапҡаға килеп инә. Шулайтып, беҙҙең ташбүкәндәр командаһы өсөнсө урынға ҡала, ҡырмыҫҡалар-икенсе, ауырғазылар инде хаҡлы рәүештә беренсе урынды яулай.
- Был юлы беҙҙең командаға "фортуна" йылмаймаһа ла артыҡ көйөнмәнек, сөнки беҙ ҙә ҡышын быйма кейеп футбол уйнарға өйрәндек. Юғиһә, күптән туп та типкән юҡ ине, хәҙер үҙебеҙ генә түгел, башҡаларҙы ла өйрәтеп, уйната алабыҙ. Конкурс сиктәрендә тағы ярыштар булыр әле, уларында мотлаҡ һынатмабыҙ, тип ышанам, - ти Роза Кәримова.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Быйма кейеп футбол уйнанылар
Быйма кейеп футбол уйнанылар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас