Семинарҙа төрлө коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм әүҙемселәр ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге эксперттары Лилиә Шамаева һәм Лира Волкова ете сәғәт дауамында грант ғаризаларын яҙыу буйынса консультациялар алып барҙы. Ғафури районы коммерцияға ҡарамаған ойошмалары вәкилдәре семинар барышында грант биреүселәрҙең нимәгә иғтибар итеүен белеп, элекке ғаризаларҙағы хаталарын асыҡлап, яңы проекттар буйынса консультациялар ала алды. Сара барышында финанслау алмаған элек бирелгән проекттарға анализ үткәрелде, шулай уҡ яңы идеялар тикшерелде. Эксперттар 15 ғариза буйынса тәҡдимдәрен бирҙе.
- Сараны ойошторған өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ринат ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың барыһына ла әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерәм!
– тине Лира Волкова. Дөйөм алғанда, уҡыуҙар Ғафури районының коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының конкурентлыҡ һәләтен һәм уларҙың социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанслау йәлеп итеү һәләтен арттырыуҙа мөһим аҙым булды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре саранан яңы белемдәр, тәҡдимдәр алып, артабан эшләргә илһам алып таралышты.