+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
7 Март 2025, 08:15

Йәштәр менән эшләү – төп бурыс

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ итеп үҙгәртелде.

Йәштәр менән эшләү – төп бурысЙәштәр менән эшләү – төп бурыс
Йәштәр менән эшләү – төп бурыс

- Йәштәр менән эшләү - беҙҙең өсөн хәҙер төп бурыс. Беҙ ҡасандыр вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ, беҙҙең урынға йәштәр киләсәк. Улар асыҡ аҡыл менән, тормошта үҙҙәрен дәүләткә ҡарата дөрөҫ ҡараш менән килергә тейеш. Шуға күрә беҙ Башҡортостан Рсепубликаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт Комитетын Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡҡа әйләндерҙек. Министр Вито Сабиров Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан министр вазифаһына күсә, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитетының тулы ҡиммәтле министрлыҡҡа әүерелеүе йәш быуынға дәүләт ярҙамының мөһимлеген сағылдыра. Был бурыстарҙы нәтижәлерәк хәл итергә, программаларҙы башҡа ведомстволар менән координацияларға һәм күберәк ресурстар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров университеттарҙа, «Патриот» үҙәгендә, «Кампус» киңлегендә һәм башҡа йәмәғәт урындарында аҙна һайын йәштәр менән осраша, улар менән даими аралаша, был асыҡтан-асыҡ диалогка һәм аңлашыуға үҙ-ара ярҙам итә. Шуныһын ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан — Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе. Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте менән бәйле граждандар һаны 1,057 миллион кеше тәшкил итә (төбәк халҡының дөйөм һанынан рент был). Әлеге күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы позицияларҙы биләй һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урында тора.

Башҡортостан Хөкүмәтенең йәштәр тураһында хәстәрлек күреүенең бер сағылышы булып 2024 йылда Ғафури районы үҙәгендә “Форсат” йәштәр үҙәге үҙ ишектәрен асты. Асыу тантанаһына Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров, Республика Башлығы Гранттары фонды вәкиле Лилиана Рафиҡова килде. Бында йәш быуынға ижади һәм тулы тормош алып барыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Дәртле, янып торған йәштәргә үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереү, алға маҡсаттар ҡуйып йәшәү өсөн шундай үҙәк булыуы ҡыуаныслы.
Был үҙәк “Мөмкинлектәр территорияһы, “Йәштәр киңлеге” проекты сиктәрендә район хакимиәте һәм республика Башлығы фонды гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Район хакимиәте “Форсат” йәштәр үҙәгенә муниципаль бинаның (элекке поликлиника бинаһы) алты бүлмәһен биреп, ремонт үткәреү өсөн аҡса бүлгән һәм урындағы бюджет иҫәбенән ремонт үткәрелгән. “Үҙебеҙҙең хыялыбыҙҙы үҙебеҙ төҙөйбөҙ” девизы аҫтында проект командаһы ирекмәндәр менән берлектә ошо бүлмәләрҙе төҙөкләндергәндәр. Бында йәштәргә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреү, эш, уҡыу, ял һәм ижад өсөн үҙенсәлекле урын булдырылған. Проект сиктәрендә 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәргә алты зона барлыҡҡа килгән. Күп функциялы ял итеү зонаһына йәштәр кино ҡарау, презентациялар үткәрергә йыйыла аласаҡ. Бәләкәй өҫтәлдәр артында төрлө уйындар уйнаясаҡтар. Сәхнә, экран, тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары ла ҡуйылған. Коворкинг зонала һәр кем үҙенә бирелгән ноутбук менән ваҡытлыса йәки даими шөғөлләнә ала. Унда йәштәргә эшлекле һәм дуҫтарса аралашыу һәм эште ойоштороуға мөмкинлек бирелә. Һөнәри йүнәлеш сараларында, семинарҙарҙа Wi-Fi, проектор, экран, компьютер ҡорамалдары менән онлайн шөғөлләнеүгә киңлек булдырылған. Матурлыҡ салонында бөҙрәхана, визаж, биҙәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фотоға төшөргә әҙерлек үткәрергә мөмкин буласаҡ. Саралар араһында бында сәй, кофе эсеп алыу өсөн дә бүлмә ҡаралған. Йәштәр белгестәренең эш бүлмәһе лә уңайлы.

Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА, Ғафури районының “Форсат” йәштәр үҙәге етәксеһе:

-Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты Йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ итеп үҙгәртелеүе бик урынлы ҡарар тип уйлайбыҙ. Был эш даирәһен тағы ла киңерәк күләмдә алып барырға яңы мөмкинлектәр аса. Районыбыҙҙа уңышлы эшләп килгән "Форсат" Йәштәр үҙәгендә йәштәрҙең ижади һәләттәрен асыуға, уларҙың мәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән бик күп саралар уҙа. Йәштәрҙә яңы компетенциялар һәм белем булдырыуға булышлыҡ итеүсе интеллектуаль, белем биреү, хәрби-патриотик, һөнәри йүнәлеш биреү саралары һәм осрашыуҙар даими үтә. Йәштәрҙең (шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең) ялын тәьмин итеүсе, ҡыҙыҡлы ял итеү, йәнле аралашыу, яңы танышыу мөмкинлеген биргән саралар ойошторолған "Хәүеф төркөмөнән" (төрлө иҫәп төрҙәрендә торған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән һәм имен булмаған ғаиләләрҙән), йәш ғаиләләрҙән, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләрҙән 14 йәштән өлкән үҫмерҙәр өсөн саралар үткәрелә. Бөгөн йәштәр үҙәге шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу пункты ла булып тора. Йәштәр менән яугирҙар өсөн төрлө акциялар үткәреп хаттар яҙабыҙ, бетеүҙәр, сувенирҙар эшләп оҙатабыҙ.

Йәштәр менән эшләү – төп бурыс
Йәштәр менән эшләү – төп бурыс
Йәштәр менән эшләү – төп бурыс
Йәштәр менән эшләү – төп бурыс
Йәштәр менән эшләү – төп бурыс
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас