Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев форумда ҡатнашыусыларға районда уҙған йылда башҡарылған, һуңынан планлаштырылған саралар менән таныштырып үтте һәм шулай уҡ капиталь ремонтҡа керемдәрҙе арттырыу тураһында ла аңлатты. – Капиталь ремонт – ағымдағы эштәр генә түгел, ә масштаблы проекттар: түбәләрҙе алмаштырыу йәки ремонтлау, подъездарҙы төҙөкләндереү, һыу, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу. Әммә аҡса етмәү сәбәпле, күп кенә йорттар тейешле ремонтты ваҡытында ала алмайҙар. Проблемалар йыйыла, ә уларҙы хәл итеү белмәгән-күрмәгән ваҡытҡа кисектерелә. Һөҙөмтәлә, йәшәүселәр авария хәлдәре менән осраша. 2022 йылдан башлап бөтә Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнәнең минималь күләме үҙгәрешһеҙ ҡала. Был ваҡыт эсендә материалдарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар бермә-бер артты, ә тарифтар – юҡ. Бөгөн беҙҙең төбәк Рәсәй субъекттары араһында капиталь ремонтҡа иң түбән иғәнәләр йыйыусылар иҫәбенә инә. Һәм был йорттарҙың торошона йоғонто яһай башланы. Шулай итеп капиталь ремонт – ул сығымдар ғына түгел, ә киләсәккә инвестициялар. Проблемаларҙы хәл итеүҙе кисектергән һайын, уларҙы бөтөрөү ҡиммәтерәк хаҡҡа төшәсәк. Минималь түләү күләмен арттырыу капиталь ремонт фондын арттырырға һәм күберәк йорттарҙы ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөнгө көндә алдағы 3 йылға ремонтҡа мохтаж йорттарҙың “исемлеге” төҙөлә. Ғафури районы буйынса был исемлеккә 12 йорт индерелергә тейеш. Дәүләт капиталь ремонт программаһын хуплай, әммә халыҡтың үҙ ҡатнашынан башҡа проблеманы хәл итеп булмай. Иғәнәләрҙе арттырыу мәсьәләһе – квитанциялағы һан яғынан ғына түгел, ә киләсәк быуындар өсөн йорттарҙың ышаныслы һәм уңайлы булып ҡалыуы тураһында ла хәстәрлек күреү ул. Республика хөкүмәтендә бөгөн капиталь ремонтҡа тарифтарҙы арттырып, квадрат метрға 12,50 һум булыуы тураһында һүҙ алып барыла, – тине Фуат Кейекбаев. Сарала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тарафынан киҫкен мәсьәләләр күтәрелде, ә профилле ойошмалар вәкилдәре килеп тыуған мәсьәләләр буйынса аңлатмалар бирҙеләр һәм халыҡтың һорауҙары контролгә алынды.
2025 йылдың 1 майынан Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн тарифтар үҙгәрә.
Минималь иғәнә: - 6 ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн – квадрат метрына 12 һум 50 тин; - 6 ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн – квадрат метрына 13 һум 20 тин тәшкил итәсәк.
📈 Ни өсөн тарифты арттыралар?
- Төҙөлөш материалдары һәм эштәр башҡарыуҙың ҡиммәтләнеүе сәбәпле. Түбән иғәнә ремонтҡа киткән ғәмәлдәге сығымдарҙы ҡапламай, шуға күрә ремонтланған йорттар һаны кәмей; - авария хәүефе арҡаһында. Йорттар ваҡытында ремонтланмаһа, унда йәшәүселәр өсөн хәүеф артыуы ихтимал; - аҡса етмәү сәбәпле, ремонт эштәрен һуңыраҡ ваҡытҡа күсерергә тура килә.
✅ Иғәнәләрҙе индексациялау планлаштырылған эштәрҙең күләмен, шулай уҡ уларҙың сифатын һәм үтәү ваҡытын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн иғәнә түләү сығымдарын компенсациялау ҙа ҡаралған.