+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
19 Май 2025, 09:25

Проект милли хәрәкәткә әүерелде

Республика башлығы “Атайсал” проектына шундай оло баһа бирҙе 16 майҙа Өфөлә дүртенсе тапҡыр “Атайсал – Ватан көсө” республика форумы үтте. Ҙур сара бөтә республиканан һәм унан ситтә йәшәгән меңгә яҡын кешене  йыйҙы. Был мөһим сарала  районыбыҙҙан да  вәкилдәр ҡатнашты.  Форумда ҡатнашыусыларҙы бер уй – Атайсалы – кесе Ватанына ярҙам итеү теләге  берләштерә.

Проект милли хәрәкәткә әүерелдеПроект милли хәрәкәткә әүерелде
Проект милли хәрәкәткә әүерелде

Белеүебеҙсә, был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2021 йылдың мартында старт алды. Был ваҡыт эсендә проект 6 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе, улар Атайсалына изге эштәр ҡылып, 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған.Ҡала-ауылдарҙа барлығы 31747 башланғыс тормошҡа ашырылған.

Сираттағы форум үткән Конгресс-холдың фойеһында “Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре” видеосалоны, “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тематикаһына күргәҙмә ойошторолған. Фотозона, телеканалдарҙың асыҡ студияһы, яҡындан аралашыу урындары булдырылған.

Сәғәт 10-да “Атайсал. Иртәгәһе көнгә күпер төҙөйбөҙ”,”Беҙҙекеләрҙе белегеҙ”,“Яҡташтар беҙҙең менән”,“Атайсал киләсәге”,“Бергәләп еңәсәкбеҙ”,“Ғаилә ҡиммәттәре”,“Бөтәһе лә Еңеү өсөн” һәм башҡа темалар буйынса секциялар эшен башлап, форумда ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар республика халҡы башланғысы менән ойошторолған проекттар һөҙөмтәләрен тикшерҙе, ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса үткән йылдағы эштәргә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен барланы. Бөгөн кешеләрҙе айырыуса берләштергән махсус хәрби операцияға ярҙам темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

Районыбыҙ вәкилдәре майҙансыҡтарҙың эшендә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, “Иртәгәһе көнгә күпер төҙөйбөҙ” секцияһында яҡташыбыҙ, хаҡлы ялдағы летчик Салауат Мөхәмәтйәнов тыуған төйәгенә ярҙамы хаҡында һөйләп, күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм һоҡландырҙы. Белеүегеҙсә, хаҡлы ялдағы летчик, тәжрибәле пилот, “Ан-2”, “Ан-24” һәм “Ту-154” самолеттарында 20 000 сәғәттән ашыу осош яһаған Салауат Мөхәмәтйәнов былтыр Ҡурғашлы мәктәбе бинаһында “Салауат – АВИА” аэроклубы асҡайны. Район ДОСААФ-ының структур бүлексәһе булған аэроклубта авиамоделирование, дельтапланеризм, парапланеризм һәм БПЛА операторы нескәлектәренә өйрәтеү төп йүнәлештәр булып тора. Бөгөнгө көндә Салауат Динислам улы Үрге Ташбүкән ауылы эргәһендә осоу урыны һәм ангар төҙөп, осоуҙар ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеү буйынса эш алып бара.

Бынан тыш Салауат Динислам улы район үҙәгенең Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының физика кабинетында осоу, һауала осоу һәм самолеттар эшләү менән ҡыҙыҡһынған осоусы һөнәре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн махсус дәрестәр алып бара. Ул уҡыусыларға самолет моделдәрен, заманса ҡорамалдарҙы, уҡыу материалдарын һәм әсбаптарын алып килеп күрһәтә, улар аша ул үҙенең тәжрибәһен һәм белемен балаларға тапшыра

Салауат Динислам улы майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙы һәм модератор Лилия Курамшинаны аэроклубҡа саҡырҙы.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам ойоштороусы ирекмәндәр һәм  алғы һыҙыҡтан  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар ҡатнашты. Улар араһында Яңғыҙҡайын ауылы яугиры Илгиз Сөләймәнов та бар ине. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,“Ватанды Һаҡлаусылар” фондының республика филиалы  етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина  Халыҡ-ара ғаилә көнөндә никахтарын теркәткән Илгиз  Нуретдин  улы менән уның кәләше Регина Әғләм ҡыҙын ҡотлап, махсус бүләк тапшырҙы.

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының“Атайсал. Беҙҙекеләрҙе белегеҙ!” интерактив майҙансығында иһә Н.Мәжитов  исемендәге гимназияның “Нөктә ТҮ” телестудия хәбәрселәре Алһыу Ғәлимова менән Сабина Әбйәлилова һәм уларҙың етәксеһе Лариса  Рәхимова ҡатнашты.

-“Атайсал” форумында 3-сө тапҡыр ҡатнашам. “Тамыр” телестудиһы беҙҙең өсөн бик мәғлүмәтле  оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Улар беҙҙең эштә бик мөһим,- тип уй-фекере менән уртаҡлашты Алһыу. Ә инде уларҙың етәксеһе Лариса  Ғаяз  ҡыҙы  республика Башлығы  Р.Ф. Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Уның белдереүенсә, проект йылдан-йыл үҫешә һәм үҙенең форматын киңәйтә.

– Әгәр башта был тыуған ауыл йәки ҡала мәнфәғәтенә хәрәкәт булһа, бөгөн ул беҙҙең уртаҡ берҙәмлектең сағылышына әйләнде. Бөгөн "Атайсал" Башҡортостандан ситтә уңышҡа өлгәшкән һәм үҙенең кесе ватанына ярҙам иткән кешеләрҙе берләштерә. “Атайсал” республикаға һәм бөтә илгә файҙа килтергән мөһим реаль эштәргә нигеҙләнгән дөйөм милли хәрәкәткә әүерелә тип әйтергә була, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.

-Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында совет халҡының батырлыҡтарына тәрән хөрмәт күрһәтәбеҙ,- тине республика Башлығы.- Бөгөн күп кенә яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция барышында ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын намыҫ менән дауам итә. Кесе Ватанға ярҙам итеү буйынса тыныс проект булараҡ башланған “Атайсал” проекты махсус хәрби операция башланыу менән Ватанды ҡорал менән һаҡлаған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙең мөһим ысулдарының береһенә әүерелде. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар ойоштороуға ҙур өлөш индергәндәргә, бронемашиналарға, разведка дрондарына тиклем етди техника менән тәьмин итеүселәргә айырыуса рәхмәт белдерәм. Эштән буш ваҡытта яугирҙәребеҙ өсөн кейем тегеүселәргә, маскировка селтәре үреүселәр, хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәр, шуның менән дөйөм еңеүгә ҙур өлөш индереүселәргә рәхмәт. Бындай ярҙам хаҡы ҡәҙерле – яҡташтарыбыҙҙың ҡотҡарылған ғүмере", - тине Радий Хәбиров.

Форумда аныҡ эштәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ яҡташтарыбыҙ сығыш яһап, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Зал айырыуса йәш химик, халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисовты ихлас сәләмләне. Йәш егет йәштәрҙе республикала ҡалдырыу өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында бәйән итте.

Республика Башлығы Ватанға аныҡ эштәр менән ярҙам иткән, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ныҡ торған һәр кемгә рәхмәт әйтте.

Сара һуңында Радий Хәбиров алдынғы проектта ҡатнашыусыларға, дәүләт наградалары, бүләктәр тапшырҙы.

Мәрхәбә Собханғолова.

 

 

Проект милли хәрәкәткә әүерелде
Проект милли хәрәкәткә әүерелде
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас