Сара үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланғанда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға арнала һәм уның барышында: мотлаҡ талаптарҙы үтәү һәм техника хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса әңгәмәләр һәм консультациялар; закон тарафынан һаҡланыусы ҡиммәттәргә зыян килтереү хәүефен, граждандарҙың ғүмеренә, һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә зарар тыуыу ихтималлығын булдырмауға йүнәлтелгән профилактик әңгәмәләр ойоштороласаҡ. Тораҡ пункттарҙа теркәлмәгән үҙйөрөшлө техниканы һәм тағылмаларҙы асыҡлау буйынса саралар ойоштороласаҡ.
“Частник” сараһы ЮХХДИ, БР Урман хужалығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарыла.
Сергей ЛУКИН,
Гостехнадзор буйынса БР Дәүләт комитетының Ғафури районындағы секторы мөдире.