+28 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
7 Июня 2025, 16:50

Мәшһүр "Урал батыр" эпосына арналған байрам

Бөгөн, 7 июндә, Красноусолдағы "Йәшлек" паркында тәүгеһенән "Урал батыр" эпосына арналған байрам сараһы үтте.

Мәшһүр "Урал батыр" эпосына арналған байрамМәшһүр "Урал батыр" эпосына арналған байрам
Мәшһүр "Урал батыр" эпосына арналған байрам

Республикала "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 8 июндә билдәләнәсәк. "Урал батыр" - халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге. Мәшһүр эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөн ә әүереләсәк", -тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бөгөн, 7 июндә, Красноусолдағы "Йәшлек" паркында тәүгеһенән "Урал батыр" эпосына арналған байрам сараһы үтте. Сара ир-егеттәр, үҫмерҙәр араһында "Урал батыр", ҡыҙҙар араһында "Һомай", "Ҡанатлы ат Аҡбуҙат" ҡул эштәре, иң яҡшы милли аш-һыу, балалар араһында "Мәргән уҡсы" кеүек конкурстарҙы үҙ эсенә алды. Районыбыҙ сәсәниәләренең сығыштары байрамды биҙәне. Районыбыҙ ауылдары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Красноусол ағинәйҙәре милли аш-һыу һәм биҙәүестәрҙән күргәҙмә ойошторған, сарала ҡатнашыусыларҙы тәм-том, тәмле сәйҙәре менән һыйланылар. Конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнде. Ҡатнашыусыларҙың башҡалары символик бүләктәргә лайыҡ булды.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас