

Бынан тыш, шифахана тағы ла ике алтын миҙалға лайыҡ була: «Тәбиғи дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана» һәм «Комплекслы һауыҡтырыу буйынса иң яҡшы шифахана». Еңеүҙең 80 йыллығы йылында абруйлы форумда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында шифаханалар эшмәкәрлегенә арналған уникаль «Быуындар хәтере» махсус проекты тәҡдим ителгән. Проект сиктәрендә шифаханабыҙ ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты алды.
Форумда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дауалауға һәм реабилитациялауға айырыуса иғтибар бүленә.
Оборона Министрлығы һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» Дәүләт фонды ярҙамында «Үҙ һаулығың» махсус номинацияһы иғлан ителә, уның сиктәрендә «Красноусольск» шифаханаһы «Шифахана-2025» Бөтә Рәсәй форумының махсус миҙалы менән бүләкләнә һәм почетлы диплом менән билдәләнә. Наградаларҙы Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Александр Николаевич Разумов тапшыра. Бүләкләү тантанаһында ул был наградаларҙың барыһы ла лайыҡлы алыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- «Красноусол» шифаханаһы ҡунаҡтарының һаулығын тергеҙеүгә һәм нығытыуға ынтыла. Һәм беҙ эшебеҙҙең емеш килтереүенә бик шатбыҙ: ял итеүселәр ҙә, эксперт берләшмәһе лә быны күрә. Тимәк, беҙ шул уҡ рухта дауам итәсәкбеҙ! - тип аңлатма бирҙеләр шифаханала.